-31 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь , 20:10

“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”

Яугилденең улы булғанғалыр, Яугирлек хас минең холҡома. Ниҙәр кисерһә лә башҡайым, Тоғро ҡалам туған халҡыма. Бөгөн район мәҙәниәт һарайында күренекле яҡташыбыҙ, танылған шағир, яҙыусы, журналист, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы директоры урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғафури районының Почетлы гражданы,Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, "Табын" гәзитенең тәүге мөхәррире Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың юбилей кисәһе үтте.

“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”

Юбилярҙы ҡотларға Өфө ҡалаһынан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, шағир Салауат Әбүзәр, яҙыусы Ринат Камал, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы  рәйесе Фаил Зәйнетдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, Стәрлетамаҡтан ағаһы шағир Булат Кәрим, “Табын” гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, йәмәғәтселәр, ауылдаштары, класташтары, райондың башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылары, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм башҡалар килгәйне.

Ҡунаҡтар менән тулы залда юбилярҙың ижадын, фәнни эшмәкәрлеген  яҡтыртҡан күргәҙмә, уҡыусыларҙың уның ижадына арнап эшләгән һүрәттәре урын алған. Н.Сәлимовтың тормошон, эшмәкәрлеген сағылдырған фотолар экранда күрһәтелде.

Ихлас ҡотлауҙар йыр-моңдар, шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Ниязбай Булатбай улы ижад иткән шиғырҙар, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны кисәлә.

Ниязбай Булатбай улы кисәне йомғаҡлап, үҙен ошолай ҙурлағандары һәм матур байрам ойошторғандары өсөн һәммәһенә лә, айырыуса мәктәп коллективына ҙур рәхмәтен белдерҙе. “Яугир булып ҡалам” шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Кисә тураһында тулыраҡ “Табын” гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
“Тоғро ҡалам туған халҡыма!”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в