-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2023, 15:25

Яугилденән сыҡҡан ҙур шәхес

Быйылғы сентябрь сыуаҡ, йылы көндәре менән бигерәк тә ҡыуандыра. Ысын-ысындан “алтын” көҙ. Ошондай муллыҡ, уңыш, йылы һәм сыуаҡ көндәрҙә төбәгебеҙҙең аҫыл улы, арҙаҡлы ағай - Ғафури районының почётлы гражданы Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың күркәм юбилейы - тыуған көнө. Яҙмышымда үҙенең мөһим ролен биләгән ағайымдың тормош юлын байҡап, күҙ алдымда үткән ваҡиғаларҙы ла хәтерләп, көҙҙөң янып торған сағыу мәленә лә оҡшаттым.

Яугилденән сыҡҡан ҙур шәхес
Яугилденән сыҡҡан ҙур шәхес

Халыҡ араһында Самыш тип йөрөтөлгән Яугилде ауылында тыуған Нияз ағай. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була. 1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының "Звезда" — "Йондоҙ" гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән 1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса "Табын" гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә 1993 йылда Ниязбай Сәлимов Ырымбур башҡорттарының "Каруанһарай" гәзитен нәшер итә.
Тап ошо йылдарҙа ыуыҙ ғына психикалы үҫмер тормошома килеп керҙе ул. Матбуғат битенә әҙәби “әҫәр” менән тәүге тапҡыр исемем сығыуы ни тиклем шаҡ ҡатырғыс, һуш китергес ваҡиға булғанын әле булһа яҡшы иҫләйем. Тәүге мөхәррирем булып, шиғыр йораттарымды эшкәртеп, мәҡәләһе эсендә минең ижадымдың киләсәге барлығына өмөт итеп һүҙ әйткән шәхес Нияз ағай булды. Артабан иһә күҙ яҙлыҡтырмай, ололар менән бер рәттән хәбәрселәр, ижадсылар ыңғайына ултырыштарға саҡыртыуы, квартал һайын ижади кисәләр, осрашыуҙар ойоштороп, ҡатнашырға мәжбүр итеүе, илдә сәйәси һәм ижтимағи тормоштоң ныҡ ҡайнап торған сағы булып, шул йәмғиәттең әүҙемселлегендә ун өс йәшлек баланың тарихи ваҡиғалар шаһиты булыу мөмкинлеген булдырыуы...
Ағайҙың биографияһындағы Ж.Кейекбаев премияһы лауреаты тигән ҡыҫҡаҡ ҡына һөйләм бар. Был маҡтаулы дәрәжәнең булдырылған ғына ваҡыттары ине. Нияз ағайҙың кандидатураһын “Табын” гәзитенең ауыл хәбәрселәре ҡоро тәҡдим итте. Тәғәйен суммаһын иҫләмәйем инде хәҙер, әммә ул премияны тиненә тиклем ул ваҡытта төҙөлөп ятҡан беренсе иман йорто - Сәйетбаба ауылы мәсете төҙөлөшө мәнфәғәтенә биргәнен бик яҡшы хәтерләйем. Утыҙҙы яңы уҙған йәш кеше булған икән Нияз ағай, минең һымаҡ бала-сағаны ғына түгел, абруйлы аҡһаҡалдарҙы ла үҙенең юғары рухы менән тоҡандырып, илһамландырып, яңы үрҙәргә ынтылырға мәжбүр иткән харизматик лидер булып еткән сағында. Мәктәп йәшенән уҡыуҙа ғына түгел, йәмәғәт эшендә лә, спортта ла, сәхнәлә лә, ойоштороусыларҙан, башлап йөрөүселәрҙән булыуы, шөғөлөнә мөкиббән китеүе хәл иткес сифат булғандыр инде. Элекке дубляж - тәржемә башҡортса гәзиттәрҙең үҙ йөҙө булған ысын башҡорт матбуғатына әйләнеүе, журналистиканың фәнни яҡтан өйрәнелеүе, баш ҡалала райондаштарҙың яҡташлыҡ клубы, Табын ырыуҙарының берләшмәһе, Башҡортостандың географик үҙәге билдәләнеүе, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы булдырыу (был премияны башлап “Йәшлек” гәзите булдырғайны, Нияз Сәлимов баш мөхәррире булған саҡта)... Шул уҡ ваҡытта, яҙыусы, балалар шағиры, публицист, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре булараҡ та танылыу яулаған шәхес, монографиялар, фәнни мәҡәләләр баҫтырған фән кандидаты ла... Биографик белешмәләге артабанғы яҙыуҙарҙы ҡарап сыҡҡанда ла, бәләкәй генә Яугилде ауылынан сыҡҡан ҙур кешенең масштабына иҫ китерлек.
1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан унда граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә. 2011-2015 йылдарҙа республиканың төп баҫмаһы "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй. Был ваҡытта ул Яҙыусылар союзының идара ағзаһы ла ине, һәм был ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү шарттарының береһе - ике рекомендацияның тәүгеһен - миңә Нияз ағай яҙҙы. Әлбиттә, ҡабул итеү-итмәү ултырышында беренсе булып яҡлап та сыҡты.
2015 йылдың сентябренән Н.Сәлимов - Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары. Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре булараҡ, тағы ла Нияз ағайҙың кәңәш-хәстәренә таянам. Уның тарих биттәрендәге “аҡ таптарҙы” асыҡларға, хәҡиҡәткә ынтылышына, тыуған төбәгендә әленән-әле юғары кимәлдә шәжәрә байрамдары ойоштороуына, йыл һайын меңдәрсә тарихи ваҡиғаларҙы яҡтырта килгән йыльяҙма-календарь мөхәррирләүенә... - киң эшмәкәрлегенең иҫәбенә сыға ла алмайым инде, шуға күрә Нияз ағайҙың барлығына, дарманына, инициативалылығына, эрудицияһына сикһеҙ һоҡланам. Тормошомда булыуына һөйөнәм. Уның иғтибарында булыуым менән ғорурланам.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, ғалим һәм журналист Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың көсөргәнешле хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм тулы ҡанлы бай тормош юлы хаҡында айырым монография яҙылһа ла, шәхесте бар тулылығында асып бөтөрөп булмаҫ ине, моғайын. Тормош китабығыҙ ҡалын булһын, халыҡ мәнфәғәтенә түккән көсөгөҙ, зиһен ҡеүәгеҙ сауапҡа яҙылһын, тип теләп ҡалам...
Хаят-Рәйлә САБИТОВА,
БР һәм РФ яҙыусылар
союзы ағзаһы, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәре.

Яугилденән сыҡҡан ҙур шәхес
Яугилденән сыҡҡан ҙур шәхес
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: