Сөнки тәрбиәсегә баҡсаға килгән һәр бер сабыйға наҙлы әсәй ҙә, тоғро дуҫ та, аҡыллы остаз да була белергә кәрәк.
Бөйөк педагог В.Сухомлинский: “Балаларҙың ысын тәрбиәсеһе булыр өсөн уларға үҙ йөрәгеңде бирергә кәрәк”, - тигән. Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” өлкәндәр төркөмө тәрбиәселәре Разия Урал ҡыҙы Әхтәмова менән Лилиә Урал ҡыҙы Насырова ла балаларға үҙ йөрәктәрен, күңелдәрен биреп эшләй.
Юғары категориялы тәрбиәсе Разия Әхтәмова был балалар баҡсаһында инде 18 йыл, ә беҙҙең балалар менән уларҙың баҡсаға тәүге килгән көнөнән алып, йәғни дүртенсе йыл эшләй. Беренсе категория-лы тәрбиәсе Лилиә Урал ҡыҙы иһә был баҡсала 10 йылдан ашыу хеҙмәт итә, ә төркөмөбөҙгә 2 йыл элек килде.
Беҙҙең “команда” бик ҙур: исемлектә 30 бала. Шаян, шуҡ, тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан, төрлө холоҡло, төрлө ғәҙәтле 30 бала! Ләкин беҙҙең тәрбиәселәр уларҙың һәр ҡайһыһы күңеленә асҡыс таба белде. Улар тәрбиәләнеүселәрен һәр саҡ йылмайып ҡаршы ала, күтәренке кәйефтә, яратып шөғөлләнәләр, балалар үҙҙәре лә апайҙарына шулай уҡ яуап бирә, баҡсаға теләп йөрөйҙәр. Беҙҙең төркөмдә йөрөш кимәленең юғары булыуы ла шуны күрһәтә – көн дә 26-27 баланан кәм килмәй.
Разия Урал ҡыҙы менән Лилиә Урал ҡыҙы тәрбиә һәм белем биреү эшендә төп ярҙамсылары булған атай-әсәйҙәр менән дә эште оҫта ойошторалар. Төркөм тормошонда мөһим урын алып торған төрлө өмәләр, йәрминкәләр, байрамдар кеүек сараларға беҙҙе әүҙем йәлеп итәләр. Былтыр, мәҫәлән, тәрбиәселәребеҙ үҙҙәренең йәйге ялы ваҡытында ата-әсәләрҙе саҡырып ҙур өмә ойоштороп, төркөмдөң уйын майҙансығын яңыртып эшләнеләр. Һәм “Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының иң яҡшы участкаһы” район конкурсында 3-сө урын яуланылар.
Беҙҙең тәрбиәселәр үҙ эргәләрендә балалар менән ата-әсәләрҙе бергә туплауға, ышанысҡа һәм ярҙамға ҡоролған ыңғай мөхит булдырыуға, ә төркөмдә балаларҙы берҙәм коллектив итеп ойоштороуға өлгәште.
Беҙ, ата-әсәләр, тап үҙебеҙҙең балалар йөрөгән төркөмдә Разия Әхтәмова һәм Лилиә Насырова кеүек шәп тәрбиәселәр эшләүенә шатланып бөтә алмайбыҙ.
Шулай уҡ тотош “Миләшкәй” балалар баҡсаһы коллективына барлыҡ балаларға иғтибарлы, һиҙгер булғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Һәм һөнәри байрамдары – Мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре көнө менән бөтәһен дә ихлас ҡотлайбыҙ!
Рәхмәт һүҙҙәре менән:
“Миләшкәй” балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” төркөмө ата-әсәләре.