-31 °С
Болотло
Сарала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, хеҙмәт коллективтары һәм ауылдар халҡы ҡатнашты. Красноусолдағы “Тыныслыҡ” аллеяһында 400 самаһы ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртылды.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Кәримова акцияла быға тиклем дә ҡатнашыуын, районда уның киң масштабта үтеүенә һоҡланыуын әйтте.
Бөтәһе район буйынса был көндө 800-ҙән ашыу ағас ултыртылған. Сарала 315 кеше ҡатнашҡан, 32 берәмек техника йәлеп ителгән. Күп кенә ойошма-учереждениелар үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе таҙартты.
Ағас ултыртыу акциялары 7 октябргә тиклем дауам итәсәк.