-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2023, 16:00

Беҙ күргәнде ил күрҙе...

Йәй үтә лә, көҙ етә, тигәндәй, эҫе селләле йәйҙә, оҙон булып һуҙылған бер урамлы Игенселәргә юл төшкәндә, ауыл буйлап йәйәү йөрөп сығырға тура килгәйне. Олораҡтарҙың кемелер ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре көтә, ҡайһылары иртәнге хозурлыҡҡа һоҡланып, һауа һуларға эскәмйәгә сығып ултырған. Шунда 41 йыл фермала һауынсы булып эшләгән Фатима апай Рәхмәтуллина янында туҡталып, уның менән һөйләшеп алырға форсат сыҡты.

Беҙ күргәнде ил күрҙе...
Беҙ күргәнде ил күрҙе...

Ҡасандыр колхоз эшендә ал-ял белмәй эшләгән Фатима Шакирйән ҡыҙы беҙҙе өйгә әйҙүкләне. Килеп ингәс тә стенала эленеп торған уның ҡабарып торған тулҡынлы сәсле, ҡыйғас ҡашлы йәш саҡтағы фотоһы күҙгә ташлана. Шул уҡ ҡараш, йөҙҙәге нур… Әммә йылдар ағымы ғына артып, сәстәргә аҡ бәҫен һипкән.
Фатима апай 1938 йылда Туғай ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә игеҙәктәрҙең һыңары булып тыуып үҫкән. Ете ҡыҙ – Мәрйәм, Зифа, Хәҙисә, Миңниса, Фатима, Ғәйшә, Флүрә араһында үҫкән малай биш йәшендә вафат була, шуға ла шау ҡыҙҙар ғына ҡала. Алты класты ауылда тамамлағас, игеҙәк ҡыҙҙарға артабан уҡырға мөмкинлек булмай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, йүнләп ашау, кейем дә булмай.
- Атайыбыҙҙы һуғышҡа алғанда беҙгә ике йәш ярым ғына булған. Тәҙрәнән ҡул болғап ҡалғанбыҙ. Ул һуғыштан ҡайтманы. Әниебеҙ ҙә колхозда эшләне. Ул 92 йәшкә етеп мәрхүм булды, үлгәнсе икмәк һалды, ҡоймаҡ ҡойҙо. Беҙҙең күргәнде Алла ғына белә. Алабута, бесәй тарыһы, кесерткән, ҡуҙғалаҡ, кәзә һаҡалы, дегәнәк тамырын күп ашаныҡ. Игеҙәгем Ғәйшә менән китаптарҙы мәктәпкә яулыҡҡа төрөп йөрөтәбеҙ, сумка юҡ. Үҙебеҙ сибек кенә булһаҡ та, яҡшы уҡыныҡ. Салауатҡа ФЗО-ға керәбеҙ тип йәйәүләп барған инек, кире ҡайттыҡ. Шунан фермаға эшкә керҙек инде. Ғәйшә 50 йәшкә тиклем минең менән бергә һауынсы булып эшләп, һуңынан сөгөлдөр эшкәртеүгә күсте. Ул тыуған йортта, Туғай ауылында йәшәй. Рәүилә исемле ҡыҙ үҫтереп, әле ҡыҙы үҙенең төп терәге. Алла бирһә 15 декабрҙә беҙгә 85 йәш тула, - тип һөйләй Фатима апай Рәхмәтуллина.
Ун һигеҙе лә тулмаған тырыш, сос ҡыҙҙы Игенселәр ауылынан Әхмәт Ғәбиҙулла улы кәләш итеп һоратып ала. Бер-бер артлы балалары Камил, Фәниә, Фәнирә, Фәимә тыуа. Тик тормош иптәше иртә мәрхүм була. Колхоз эшендә балалары ла ярҙам итә. Фатима апай фермала һыйыр һауа, “Егән” колхозында сөгөлдөр ҙә алып эшләй. Фатима апай үҙенең үткәндәрен иҫкә алып: “Элек барыһы ла ҡул көсө менән эшләнде. Аяҡҡа резина итек кейеп, дүрт тиҫтә йыл һыйыр һауырға тура килде. Йәй көнө малдарҙы йәйләү лагерына күсерәләр ине. Көнөнә 700-800 литр һөт һауабыҙ. Күпселек Фәнирә ярҙам итергә йөрөнө. Эштә һыйыр һауып ҡына ҡайтып китмәйһең, жом ватабыҙ, ут яғып ферма өйөн йылытабыҙ һәм башҡа әллә күпме күренмәгән эш. Беҙҙе, Хаят апайҙың егәрле ҡыҙҙары, ти торғайнылар. Ил күргәнде беҙ күрҙек, беҙ күргәнде ил күрҙе. Бына, олоғайғас аяғымды ауырттырып, аяҡҡа баҫтым, шөкөр, - ти ул бөгөн.
Күрше генә йәшәгән Фәнирә ҡыҙының улы Булат Арыҫланов махсус хәрби операцияға алынып, өләсәй кеше уның өсөн дә борсола. “Иҫән-һау ҡайтһын тип торабыҙ инде”, - ти ул.
Фатима Шакирйән ҡыҙы бөгөнгө көндә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һөйөүендә, йортоноң ҡотон ебәрмәй, матур ғүмер кисерә. Алда ла ныҡлы һаулыҡ насип булып, яҡындарығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына бергә һөйөнөп, үҙ кәңәштәрегеҙҙе биреп ултырырға яҙһын.

Беҙ күргәнде ил күрҙе...
Беҙ күргәнде ил күрҙе...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: