+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2023, 09:55

Ватан саҡырғас, сафҡа баҫты

Махсус хәрби операцияла Ватан алдындағы изге бурысын үтәүселәр араһында Красноусолдан 36 йәшлек “Ғәббәс” ҡушаматлы Руслан Ф.Ғ. ла бар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға (14 көн һәм өс көнө юлға) ҡайтҡан ваҡытында яҡташ яугир менән хәрби комиссариатта осрашып, әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.

Ватан саҡырғас, сафҡа баҫты
Ватан саҡырғас, сафҡа баҫты

Руслан Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә белем алғандан һуң, уҡыуын Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында дауам итеп, киң профилле тракторсы-машинист, водитель һөнәрен алып сыға. 2004 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Ярты йыл үткәс, өс йылға контракт төҙөшөп, Төньяҡ Осетияла, Чечен Республикаһында була, Новочеркасскта “Дон-100” оператив тәғәйенләнештәге дивизияла хәрби бурысын үтәй. 2007 йылда контракты тамамланғас, демобилизацияланып, тыуған яғы Красноусолға әйләнеп ҡайта. Себер тарафтарына эшкә урынлаша, өйләнә, ике улға атай була. 2022 йылдың сентябрендә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителеү менән, уға саҡырыу ҡағыҙы килә, әммә был ваҡытта эштә була. Эштән ҡайтҡас, хәрби комиссариатҡа барып, саҡырыу ҡағыҙын алып, хәрби операцияға юллана. Махсус хәрби операцияға танк батальонында тоҫҡаусы өлкән атыусы-пулемётсы итеп алына. Үҙе үҫкән ғаиләләге өс улдың икәүһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
- Әлбиттә, ҡатыным минең өсөн ҡайғырып, борсолоп, унда бармауымды, кире уйлауымды бик ныҡ үтенде. Әммә Тыуған илеңә, Ватаныңа ҡурҡыныс янағанда тыныс ҡына өйҙә ятып буламы ни? Ҡасып ҡалыу уйҙа ла юҡ, был көслө затҡа килешкән эш түгел. Мин үҙ теләгем менән ошондай ҡарарға килдем һәм һис тә үкенмәйем. Беҙҙе башта Ҡазанға килтерҙеләр, унда хәрби әҙерлек үттек. Артиллерия полкында танкка ҡаршы дивизионда водитель булып хеҙмәт бурысымды үтәйем, сөнки водителдәр етешмәй. Күптәрҙең праваһы бар, әммә “В” ғына түгел, “С” категорияға ла эйә булғандар юҡ. Башта личный составты, боеприпастар, гуманитар ылауҙы ҡаршылап, ҡабул итеп алып ташыным, штаб начальнигын да йөрөттөм. Мобилизацияланғандан алып Луганск өлкәһенең Сватово йүнәлешендә алғы һыҙыҡтабыҙ. Дивизионда күпселекте Башҡортостан егеттәре тәшкил итә. Беҙҙең полкта бөтә әйбер бар. Бынан тыш, райондан йыш ҡына гуманитар ярҙам килтереп торалар. Бының өсөн яҡташтарға сикһеҙ рәхмәт! Шулай уҡ беҙгә район хакимиәте башлығы ла килгән һәм егеттәр менән аралашҡан. Тик мин ул ваҡытта позицияла инем, шуға күрешә алманым. Үтә лә кәрәкле маскировка селтәрҙәре әҙерләп ебәреп торалар, атап әйткәндә, Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан килде. Ҡатыным да (үҙҙәренең штабы бар) райондаштар һәм махсус хәрби операциялағы ирҙәрҙең ҡатындары тарафынан йыйылған гуманитар ылауҙы килтерҙе. Украин халҡына килгәндә, күпселеге беҙгә ҡарата һәйбәт мөнәсәбәттә, улар беҙгә, ваҡыт булғанда беҙ уларға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, урындағы балалар төрлө теләктәр менән хаттар килтерә. Яңы йылға РФ Оборона министрлығынан бүләктәр биргәйнеләр, коллектив менән кәңәшләштек тә, уларҙы балаларға бүләк итеп һөйөндөрҙөк. Килгән гуманитар ярҙамдың артыҡ булған әйберҙәрен урындағы халыҡ менән бүлешкән осраҡтар ҙа була. Бар ниәтебеҙ – ныҡ торорға, Ватанды һаҡларға, нацистарҙан еребеҙҙе таҙартырға, бирешмәҫкә һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға, - тип һөйләп үтте ул.
- Мобилизация башланған көндән бер аҙна үтеүгә райондан йыйылған тәүге гуманитар ылауҙы Ҡазанға иремде күрергә барғанда шәхсән үҙем алып барып тапшырҙым. Район хакимиәте гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм башҡаһында ныҡлы ярҙам итә һәм Ғафури районы халҡы быға бик яуаплы ҡарай, шулай уҡ мобилизацияланғандарҙың ҡа-тындары бик ҙур ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылау менән ете тапҡыр Татарстан Республикаһы Ҡазанға, өс тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһе сигенә барҙыҡ. Барып ҡайтҡас, миңә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һәм район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙылар. Унда бер аҙ шөрләтә, ни тиһәң дә, һуғыш бит, әммә ҡурҡыныс түгел ине, үҙебеҙҙең автомашина, орудие, һалдаттарҙы күреү, тәү сиратта, ғорурлыҡ тойғоһо уята, илебеҙҙе һаҡлаусылар булыуы шатлығын кисерәһең, - тип әңгәмәгә ҡушыла ҡатыны Эльза Е. – Нигеҙҙә, көнкүреш кәрәк-яраҡтарына, маскировка селтәрҙәренә ныҡлы мохтажлыҡ кисерәләр унда. Беҙ уларға йәй көнө барғанда һыуытҡыс һәм генераторҙар, рациялар, ялан шарттарында блиндаждарҙа йәшәгәнлектән, итектәр, алмаш кейемдәр алып барҙыҡ. Хәҙер ҡышҡылыҡҡа маскировка селтәрҙәрен тегә башлаясаҡбыҙ.
Подразделениела Руслан менән бергә Ғафуриҙан бишәүҙәр: икәү – Толпарҙан, ҡалғандары Красноусолдан. Йәшәүҙәре ялан шарттарында булғас, барыһын да үҙ ҡулдары менән булдыралар, блиндаждарҙы нығыталар, маскировкалайҙар. Руслан үҙенең оҫта ҡулдары менән брустан мунса төҙөгән, аҡса йыйышып эсенә йылытҡыс, душ, кер йыуыу машинаһы ла алып ҡуйғандар, бер ерҙән икенсе урынға күскәндә уны техникаһына таҡтырып күсереп йөрөтә.
- Бында дисциплина ҡаты. Һәр хәрби подразделениеның уңышы күп осраҡта командованиеның яуаплы һәм грамоталы булыуынан, уның личный составҡа ҡарата хәстәрлеге һәм иғтибарынан тора. Командирҙың тап ошондай яҡшы сифаттары, һаҡланыу сараларына иғтибарлы булыуы һөҙөмтәһендә подразделениела юғалтыуҙар бик юҡ, ни бары берәү. беҙҙең район егете һәләк булыуы үтә лә аяныслы булды, әлбиттә, - ти яугир. – Телефондан һөйләшеү ҡәтғи тыйыла, ике аҙнаға бер генә шылтыратып һөйләшергә мөмкин. Ҡышын ҡар әҙ яуа, уныһы ла тиҙ иреп бөтә, бер туҡтауһыҙ йөрөгән танктар һәм БМП арҡаһында батҡаҡ була.
- Ялына биш көн үттеме-юҡмы, кире китергә ашҡына башланы, - ти Эльза. - Дәүләттән түләүҙәргә килгәндә, улар тулыһынса үтәлә. Тағы ла шуны әйтмәй булмай: ирем мобилизацияға тиклем Себер тарафтарында эшләне, ойошма етәкселеге мәрхәмәтле, үҙ ҡулы аҫтында эшләүселәргә ҡарата иғтибарлы, хәстәрлекле. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уның эш урынынан ғаиләбеҙгә ай һайын 50 мең һум күләмендә пособие түләйҙәр, быйыл 1-се класҡа уҡырға барған кесе улыбыҙға (олоһо 3-сө класта уҡый) барлыҡ уҡыу кәрәк-яраҡтары менән рюкзак ебәрҙеләр, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Тормош иптәшем эш урынында ышаныслы һәм һәйбәт хеҙмәткәрҙәр иҫәбендә, айына ике тапҡыр шылтыратып, уның һәм беҙҙең хәлде һорашып, даими ҡыҙыҡһынып торалар. ярҙам кәрәкһә, мөрәжәғәт итергә кәрәклеген әйтәләр. Беҙ уны эшкә көтәбеҙ, тиҙәр, - ти Эльза ире менән ғорурланып.
Батыр яугирҙың күкрәген миҙалдар биҙәй. Чечен Республикаһында һәм Кавказда хеҙмәте өсөн, хәрби хәрәкәттәр ветераны, МХО-лағы “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ булған. Әлбиттә, ул бүләкләүҙәр өсөн түгел, ә үҙенең ғүмерен аямай тыуған ил һаҡсылары сафына баҫҡан икән – командование ҡуйған бурысты намыҫ менән үтәүҙе үҙенең изге бурысы тип иҫәпләй. Русланды ысын батыр тиергә мөмкин. Ул районыбыҙ ғорурлығы!
Махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың ғаиләләренә, ата-әсәһенә, туғандарына ла Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Теләк бер: яу юлында йөрөгән Русланға һәм бар ир-егеттәргә имен-аман, һау-сәләмәт, үҙ аяҡтарында, Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Ватан саҡырғас, сафҡа баҫты
Ватан саҡырғас, сафҡа баҫты
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: