-31 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь , 10:00

Өйҙөң йәме – оло кеше

Ҡотлоғужа ауылының иң оло кешеһе – 94 йәшлек ағинәй Миңлеямал Хажиулла ҡыҙы Нафиҡова 1929 йылдың 31 ғинуарында донъяға килә. Ер йөҙөндә быуатҡа яҡын ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы ла үҙе бер тарих. Ошо йылдар эсендә ил инәһе ниҙәр генә күрмәгән дә, ниҙәр кисермәгән, тормоштоң әсеһе-сөсөһө татылған. Ғәрәсәтле һуғыш, уйнап ҡына йөрөр бала сағынан ололар менән бер рәттән эшкә егелеү... Аслыҡ-яланғаслыҡтың аяныслы мәлдәрен дә күрергә тура килә уға.

Өйҙөң йәме – оло кеше
Өйҙөң йәме – оло кеше

Тыныс тормошта тиҫтә йыллап Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Сода” заводында арматурсы булып хеҙмәт юлы үтә, Шахтауҙа ла эшләй. Ҡотлоғужа ауылынан Мансур Ҡадир улы Нафиҡов менән яҙмыштарын бәйләп, ғаилә ҡорғас, 1952 йылда ауылға ҡайтып төпләнәләр. Ауылда иһә Миңлеямал апай бар тырышлығын һалып, колхоз эшенә егелә. 40 йылға яҡын сөгөлдөрсө булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ә тормош иптәше бар ғүмерен тимерсе һөнәренә бағышлай һәм хеҙмәт юлы тимерлектә үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер мәрхүм инде. Ике ҡыҙ: Зилә менән Ғәлиәгә ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Улар ғаиләләре менән Стәрлетамаҡта төпләнгәндәр.
- Аллаға шөкөр, Хоҙай миңә ошолай көс тә, зиһен дә бирҙе, тәүфиҡтан айырманы. Кешегә тик яҡшылыҡ, изгелек кенә ҡылдым. Барыһын да күрергә тура килде, Хоҙайым миңә тигән ғүмерҙе мул бирҙе, шөкөр итәм, - ти әбей ҡәнәғәт йылмайып.
Ҡыҙҙары ҡарт әсәйҙәрен яңғыҙ итмәйҙәр, әле бына үҙен ҡарарға Ғәлиә ҡыҙы ҡайтҡан. Миңлеямал әбей үҙ йортонда ҡыҙы хәстәрлегендә бәхетле ҡартлығын кисереп йәшәй. Тик торорға күнекмәгән әбей үҙе лә шәп әле, хәрәкәттә – бәрәкәт, тигәнде иҫендә тотоп, бер ҙә йәшем оло тип тормай, ҡулына ике таяғын ала ла, был ярҙамсылары - “ағас аяҡтар”ҙы эшкә ҡушып, магазинға барып та килә, ауылда үткән сараларға ла йөрөй. Беҙ таяҡҡа таянған Миңлеямал әбейҙе ауылда балаларҙың уйын майҙансығын асыу тантанаһында осраттыҡ. Киләһе йылға 95 йәшен билдәләйәсәк, 100 йәшенә биш аҙым ғына ҡалған арыу-талыу белмәҫ әбейҙең шулай таяҡҡа таянып булһа ла йөрөүенә һәм салт зиһенле булыуына хайран ҡалдыҡ. Әбей саранан һуң, магазинға кереп, кәрәк-яраҡ та алып сыҡты хатта.
Хеҙмәт йылдары күптән артта ҡалған. Бөгөн хөкүмәт биргән пенсияға шатланып, ҡәнәғәтлек менән, өйҙөң йәме булып ғүмер кисерә ике ҡыҙ һәм өс ейән-ейәнсәрҙең әсәй-өләсәһе Миңлеямал Хажиулла ҡыҙы.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в