-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2023, 11:25

Ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу!

Уҙған аҙнала республиканың эске эштәр органдарына  мутлашыу осрағы тураһында 15 ғариза килгән, 13 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғафури районының полиция бүлегенә лә 25 йәшлек ҡыҙ алдаҡсылар тоҙағына эләгеүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.

Ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу!
Ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу!

Ул аҡсаһын һаҡлайым тип, мутлашыусыларға 1,8 миллион һум аҡса күсерә. Ҡыҙ һөйләүенсә, уға йәнәһе банк хеҙмәткәре шылтыратып, “һеҙҙең исемдән билдәһеҙ кешеләр кредит алырға маташа” тип хәбәр итә. Ҡурҡып ҡалған ҡыҙ, алдаҡсыларҙың ҡушыуы буйынса төрлө банктарҙан кредиттар алып,  йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәптәргә күсерә.

Шундай уҡ “тоҙаҡҡа” Красноусолда йәшәгән тағы бер ҡатын эләгә. Ул да "һеҙҙең исемгә кредит юлларға һәм банк иҫәбендәге аҡсағыҙҙы алырға маташалар" тигән хәбәргә ышанып, мутлыҡ ҡылыусыларға 240 мең һум аҡса күсергән.

Интернет селтәрендә нимәлер һатып алыр алдынан ныҡлы уйларға кәрәклеген онотоусылар арабыҙҙа һаман да бар әле. Мәҫәлән, район кешеһе “Авито” сайтында мотоблок һатып алам тип, 20 мең һумға алданған.

Ғәҙәттә, енәйәтселәр үҙҙәрен полиция, Федераль именлек хеҙмәте, банк хеҙмәткәре тип таныта. Күптәр аҡса һорап иркенән мәхрүм ителгән кешеләр шылтырата тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта Рәсәй халҡын ойошҡан енәйәти төркөмдәр талай. Улар башлыса сит илдән тороп эш итә, шуға күрә был әҙәмдәрҙе тотоу, урланған аҡсаны кире ҡайтарыу бик ҡатмарлы. Мутлашыусылар өсөн эш сценарийын профессиональ психологтар, манипуляция һәм нейро-лингвистик программалау буйынса белгестәр төҙөй. Һеҙҙең тарафтан әйтелгән һәр дәғүәгә йәки реакцияға уларҙың яуабы йәки яңы һорауы әҙер. Шуға күрә йыш ҡына кешеләрҙең гүйә гипноз тәьҫире аҫтында эш итеүе – кредит юллауы, фатирын һатыуы йәки банкоматҡа барып, мутлыҡ ҡылыусыларға аҡса күсереүе тураһында уҡыйбыҙ, ишетәбеҙ. Шуға күрә иң төп ҡағиҙә: таныш түгел номерҙан шылтыратһалар, яуап бирмәгеҙ! Әгәр һөйләшә башлап, һеҙҙе алдарға теләүҙәрен аңлаһағыҙ, шунда уҡ бәйләнеште өҙөгөҙ. Кемделер үпкәләтеп ҡуймайым тип, уңайһыҙланмағыҙ.

Ғәҙәттә, мутлашыусылар кешеләргә баҫым яһарға ярата. Ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу! Әгәр ҡурҡһағыҙ, икеләнһәгеҙ, 102 һандарын йыйып, полиция хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, банк бүлексәһенә барып, хеҙмәткәрҙәр менән осрашып һөйләшегеҙ.      

Ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу!
Ҡотолоуҙоң берҙән-бер юлы – һөйләшеүҙе туҡтатыу!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: