Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2023, 09:30

Һәр һан артында һөҙөмтәле хеҙмәт

10 ноябрҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район полиция бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Раян Рамазан улы МӨХӘМӘТШИНға мөрәжәғәт иттек. Етәксе бүлектең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы:

Һәр һан артында һөҙөмтәле хеҙмәт
Һәр һан артында һөҙөмтәле хеҙмәт

- 84 кешене берләш-тергән район эске эштәр бүлеге – полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара, һөнәри байрамды лайыҡлы ҡаршылай. Рес-публика Эске эштәр бүлектәре араһында алдынғылар иҫәбендәбеҙ, йылдан-йыл яҡшыраҡ эшләргә тырышабыҙ.
Ағымдағы йылдың 10 ай арауығында районда 277 енәйәт ҡылыу осрағы теркәлеп, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 36 фактҡа күберәк булды. 58-е – урлашыу, 23-ө иҡтисади йүнәлешле, 29-ы - үлтереү менән янау, 4-е – фатир талау, бәхеткә күрә, быйыл бәлиғ булмағандар тарафынан енәйәт ҡылыу осраҡтары булманы. Ауыр енәйәт ҡылыуҙың (кеше ғүмерен ҡыйыу) өс осрағы булды (икәүгә күберәк), барыһы ла көнкүрештә эскелек һөҙөмтәһендә. Ҡылынған енәйәттәрҙең 233-ө асылды, асылмай ҡалған 30 енәйәттең (16-ға күберәк) 25-е мутлашып урлашыу менән бәйле булды. Район биләмәһендә ҡылынған енәйәттәрҙән тап ошо мутлашып урлашыу (дистанцион ысул менән Интернет селтәре аша һәм банк картаһынан аҡса урлау (9 факт) осраҡтары, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барылыуға ҡарамаҫтан, арта ғына бара. 10 айҙа ошондай ысул менән мутлашыусылар тарафынан районда 9 миллион 700 мең һум аҡса урлау осрағы теркәлде. Былар - асыу мөмкин булмаған енәйәт осраҡтары, әлбиттә, улар менән көрәшәбеҙ. Ә ҡалған 5 енәйәт ҡылыу осрағының өсәүһе енәйәтселәрҙең махсус хәрби операцияла булыуы менән бәйле, туҡтатылды. Һәр төрлө милек төрҙәре буйынса урлашыу осраҡтары кәмене. Енәйәттәрҙе асыу буйынса беҙ республикала тәүге өсәү иҫәбендәбеҙ.
Тап ошо һандар артында район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ, күп көс һалыуҙы талап иткән һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле хеҙмәте ята. Бүлек йәш кадрҙар менән тулылана, әммә хеҙмәттең ҡатмарлы һәм еңелдән булмауынан йәштәр бигүк эшкә килергә ашҡынып тормай. Шуға ла хәҙер беҙҙең хеҙмәткә 50 йәшкә тиклем эшкә ҡабул итеү бара. 1 октябрҙән эш хаҡы 15 процентҡа артты, эш хаҡы уртаса 50 мең һум тәшкил итә.
Бөгөн йәмғиәт беҙгә юғары талаптар ҡуя. Граждандар өсөн полиция формаһындағы кеше үҙендә власть, закон, ғәҙеллекте һынландыра, урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең именлеге, уларҙың үҙ хәүефһеҙлеге өсөн ышанысы тап беҙҙән тора. Беҙ үҙебеҙҙең эшкә яуап-лы ҡарауыбыҙ, һәр кемдең проблемаһына иғтибарлы булыуыбыҙ, иң мөһиме - грамоталы һәм һөнәри оҫталыҡҡа эйә эшебеҙ менән халыҡ ышанысын яулай һәм уны тейешле кимәлдә тота аласаҡбыҙ. Был бурысты намыҫ менән башҡарырбыҙ, тип ышанам.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан айырыуса уңышлы эшләгән хеҙмәттәрҙе барлағанда, полиция өлкән лейтенанты Азамат Рим улы Даньянов етәкселегендәге иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш (23 енәйәт асылған, шуларҙың 21-е - ауыр), енәйәтселәрҙе эҙләү (начальнигы - полиция майоры Рафаэль Хаммат улы Абдуллин, 52 енәйәтте асҡандар), участка уполномоченныйҙары (полиция майоры Ирек Әхмәт улы Хәсәнов, 92 енәйәт асылған), енәйәтселәрҙе эҙләү (полиция һәм юстиция майоры Вадим Ирек улы Бохармәтов), тәүтикшереү (полиция өлкән лейтенанты Дилә Әсҡәт ҡыҙы Яҡшыбаева) бүлексәләрен билдәләп үтергә кәрәк. Кинолог хеҙмәтенә килгәндә, 10 ай арауығында полиция өлкән лейтенанты Урал Ғәлинур улы Күскилдин етәкселегендә Шади һәм Фрида ҡушаматлы эттәр тарафынан ете енәйәт асылды.
Беҙҙә ҡулға алынғандарҙы урынлаштырыу өсөн иҫкелек сигенә еткән махсус бина бар ине. Быйыл район хакимиәте башлығы һәм “Красноусол” шифаханаһы етәкселеге ярҙамы менән яңыртылды, бының өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Байрамда бер төркөм хеҙмәткәрҙәр емешле хеҙмәттәре һәм хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарғандары өсөн бүләкләнәсәк. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалдары – I дәрәжә - енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Рафаэль Хаммат улы Абдуллинға, бүлексәнең өлкән оперуполномоченныйы, полиция майоры Илфат Рәжәп улы Миңлебаевҡа, II дәрәжә – админис-тратив ҡануниәтте башҡарыу буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы, полиция капитаны Гүзәл Камил ҡыҙы Рафиҡоваға, полиция капитаны Регина Роберт ҡыҙы Миңлебаеваға тапшырыласаҡ. Бүлек начальнигы урынбаҫары – полиция начальнигы, полиция подполковнигы Марс Вәрис улы Төхвәтуллин БР буйынса Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк. Рәсәй Эске эштәр министрлығы бойороғо менән административ күҙәтеүҙе тәьмин итеү буйынса өлкән инспектор Розалия Рәфис ҡыҙы Вахитова менән участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәнең өлкән участка уполномоченныйы Файруза Әҡсән ҡыҙы Аҡҡужина иң тәүге - полиция кесе лейтенанты дәрәжәһенә эйә буласаҡ.
Оператив дежурный, полиция капитаны Ринат Ришат улы Әсфәндийәров, оператив дежурный ярҙамсыһы, полиция сержанты Альфред Альберт улы Әсәҙуллин, хеҙмәтләндереү төркөмө водителе, полиция өлкән сержанты Азамат Илдар улы Урманшин, инспектор-кинолог, полиция өлкән лейтенанты Урал Ғәлинур улы Күскилдин, миграция мәсьәләләре бу-
йынса бүлексә инспекторы Рита Риф ҡыҙы Ваһапова, бухгалтер Марина Валерьевна Щербакова, эштәрҙе башҡарыуға контроль буйынса инспектор Лилиә Абдулхаҡ ҡыҙы Әхмәтйәнова, инспектор Олеся Альберт ҡыҙы Ғәйнуллина, штаб аналитигы Раушания Ишбирҙе ҡыҙы Әминова, ЮХХДИ бүлексәһе инспекторы Зарина Илфат ҡыҙы Кәлимуллина, фонд инспекторы Эльвира Әмир ҡыҙы Хәлиуллинаға район эске эштәр бүлегенең Рәхмәттәре тапшырыласаҡ.
Һөнәри байрамыбыҙҙа үҙ-ара ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүебеҙ өсөн район прокуратураһына, район хакимиәтенә, барлыҡ предприятие-ойошмаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы (улар – 100 тирәһе) Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, оператив уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Байрамыбыҙ менән!
Теләгем шул: һәр ҡайһыбыҙ киләсәгебеҙ өсөн тыныс булһын һәм тормошҡа шатланһын өсөн районда оператив хәл-торош һәр ваҡыт тотороҡло һәм имен булһын!

Һәр һан артында һөҙөмтәле хеҙмәт
Һәр һан артында һөҙөмтәле хеҙмәт
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас