-31 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь , 09:40

Күрһәткестәре юғары

Районыбыҙҙа Руслан Венер улы Рәжәпов етәкселегендәге “Агрохим” АП ЯСЙ-е (ШЭ Р.В.Рәжәпов) үҙ эшмәкәрлеген күптән түгел генә башлауына ҡарамаҫтан, уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләүселәр иҫәбендә.

Күрһәткестәре юғары
Күрһәткестәре юғары

Хужалыҡтың һөрөнтө ерҙәре дөйөм 2500 гектар майҙанды тәшкил итә. Шуның 250 гектарында яҙғы иген культуралары: арпа - 30, рапс – 230, шәкәр сөгөлдөрө – 340, көнбағыш – 400, ужым культуралары 350 гектарҙы биләгән. Ҡалғаны пар ерҙәре. Иген культураларының гектар ҡеүәте - 38,1, рапстың 12 центнер тәшкил иткән, көнбағыш яҡынса – 25, шәкәр сөгөлдөрө 400 центнер тирәһе төшөм бирә. Әлеге мәлдә был ике табышлы культураның һуңғы гектарҙарының уңышын йыйыу һәм дәүләткә тапшырыу бара. Йәнә 260 гектарҙа сәсеп үҫтерелгән соя баҫыуҙарының 80-90 гектарында эштәрҙе теүәлләйһе бар.
- Быйыл беҙҙең өсөн яңы культура - сояның эксперимент рәүешендә төрлө сорттарын, үҙебеҙҙекеләрҙе лә, сит илдекеләрҙе лә сәстек, бер сортының вегетатив осоро оҙон булды, шуға ла уңышын йыйыу оҙаҡҡа һуҙылды, киләһе йылға уны сәсмәҫкә иҫәп тотабыҙ,- ти Руслан Венер улы. – Әлбиттә, ашланған ер аш бирер, тигәнде иҫтә тотоп, сәсеүлектәрҙең һәр гектарына 200 кг физик ауырлыҡта ҡатмарлы азотлы ашламалар индерелә. Нигеҙҙә, төрлө сортлы гибридлы, импорт сортлы (Рәсәйҙекеләр сит илдекенән ҡалышыңҡырай) орлоҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ, быға аҡса йәлләмәйбеҙ. Быйылғы уңыш былтырғыға ҡарағанда ҡайтышыраҡ, әммә ҡоролоҡло йыл булыуын иҫәпкә алғанда, һәйбәт, республиканың уртаса күрһәткестәренән юғарыраҡ булды.
Техника паркын яңыртыу менән ныҡлы шөғөлләнәбеҙ. Быйыл өр-яңы ике шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу комбайны, Ҡытайҙа етештерелгән “Агропол” тракторҙары, фронталь тейәгес, сояны урыу өсөн махсуслашҡан ике урғыс һатып алынды. Был культураны бөртөклөләрҙең урғысы менән йыйғанда, уңыштың 20 проценты ерҙә тороп ҡала, ә махсуслашҡан урғыс юғалтыуҙарға юл ҡуймай, ти Р.Рәжәпов.
Хужалыҡта киләһе йыл уңышы хаҡында ла ҡайғырталар, 550 гектарҙа ужым бойҙайы сәскәндәр.
Барлыҡ эштәр артында хужалыҡтың 16 кешенән торған тырыш коллективы тора, 70 проценты тирәһе элекке хужалыҡтың эшсәндәре. Етәксе әйтеүенсә, белгестәр етешмәүе, шулай уҡ йәштәрҙең эшкә килмәүе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, күпселекте өлкән йәштәгеләр тәшкил итә. Киләсәктә йәштәрҙе эшкә йәлеп итеүҙә эш хаҡтарын күтәреү, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу талап ителә. Иң ҙур – 30 йыл хеҙмәт стажлы, “Сельхозхимия”ла эшләп, ул бөтөүгә дусар ителгәс, “Агрохим” барлыҡҡа килгәндән алып эшләүсе “КамАЗ” водителе Владимир Иванов, “К-700” тракторсыһы Валерий Умов, Аграр университетын тамамлап эшкә килгән Айҙар Батыршин өсөнсө йыл баш инженер йөгөн тарта. Ашнаҡсы Наталья Тихонина баҫыу эшсәндәрен ике тапҡыр тәмле аштары менән һыйлай.
Киләсәктә заманса орлоҡто сорттарға айырыу һәм киптереү ҡоролмалары һатып алырға, эшкәртеүҙе яйға һалырға планлаштыралар.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в