+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 16:50

Өлгөлө йәштәр

Районыбыҙҙағы Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы эшсе кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорто булып тора. Нисәмә йылдар эсендә бында иҫәпһеҙ-һанһыҙ егет һәм ҡыҙҙар эшсе һөнәренә өйрәнеп сығып, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән.

Өлгөлө йәштәр
Өлгөлө йәштәр

Бөгөнгө көндә бында 186 студент ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, кондитер, йорт хужабикәһе (хозяйка усадьбы) һөнәрҙәре бу-йынса белем ала. Бында тәжрибәле, берҙәм коллектив тупланып, студенттарға юғары профессиональ әҙерлекле педагогтар белем бирә. Хеҙмәт баҙарында ҙур һорау булған һөнәрҙәрҙе үләштерергә теләүселәр ҙә әҙ түгел.
“Йорт хужабикәһе” төркөмөндә IV курста уҡып йөрөүсе Ангелина Руслан ҡыҙы Рәхимова менән “Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры” төркөмөндә III курста уҡыған Линар Миңнияр улы Йомағолов был уҡыу йортоноң ғорурлығы булып тора.
- Улар тырыш, өлгөлө, тәртипле булыуҙары менән бергә, уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Быйылғы уҡыу йылында уларҙы Президент стипендияһына тәҡдим иттек. Ангелина - Табын, Линар Красноусолдың 2-се мәктәптәренең 9-сы класынан һуң беҙҙең уҡыу йортонда белем алырға ҡарар иткәндәр. Колледждағы һәр бер студенттың киләсәге өмөтлө, яҡты булыуын теләйбеҙ, - ти өлгөлө студенттар хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән колледждың Красноусол филиалы директоры Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Ғизетдинова менән уның тәрбиә эштәре буйынса ярҙамсыһы Альфира Мәхмүт ҡыҙы Ғарифуллина.
Йәштәргә уңыштар ғына насип булып, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ.

Өлгөлө йәштәр
Өлгөлө йәштәр
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: