Зөбәйҙуллина 1973 йылдың 23 февралендә Ғафури районы тәбиғәтенең хозур урынында урынлашҡан Үзбәк ауы-
лында тыуа. “Ата-әсәйем еребеҙҙе, эште һөйәр, ихлас күңелле, тормош яратҡан йәндәр, сәнғәткә ғашиҡ, һәләтле кешеләр ине. Әсәйем Зәкирә Мәғәсүм ҡыҙы бейергә яратты, ә атайым Шәкүр Риза улы йырға оҫта булды. Элек ҡунаҡҡа йөрөшөп, йырлашып ултырыу йолаһы бар ине. Шунда атайымды ҡат-ҡат һорап йырлатырҙар ине. Атайым йәш сағында ауыл сәхнәһендә спектаклдәр ҡуйып, уйнап та йөрөгән. Әсәйем менән өйләнешкәс тә, сәхнәнән айырылмағандар. Атай, әсәй беҙгә бер ҡасан да өгөт-нәсихәт уҡып ултырманы, беҙ үҙебеҙ уларҙан күреп үҫтек. Тормошҡа, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт уларға” – ти, йылы хәтирәләргә бирелеп актриса.
Айгөл Шәкүр ҡыҙы 1995 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт мәҙәниәт техникумын тамамлап, ошо уҡ йылда Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына эшкә алына. Айгөл Зөбәйҙуллинаның һәр образы үҙенсәлекле, халыҡсан, ябай, береһенән-береһе сағыуыраҡ, күңелгә ятышлы. “Ролдәремдең барыһы ла күңелемә яҡын”, – ти актриса.
Театрҙа ижад итеү менән бергә бейеп тә тамашасы күңелен яуланы Айгөл. Бейеүҙәре менән сит өлкәләрҙә Башҡортостандың йөҙөн күрһәтеп, данын күтәреп йөрөнө. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Краснодар крайы, Коми Республикаһында, Себер тарафтарындағы ҡалалар буйлап, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уҙғарылған һабантуйҙарҙа “Беләҙегем-йөҙөгөм”, “Шәл менән бейеү”, “Һыу буйында” кеүек яңғыҙ бейеүҙәр менән сығыш яһаны.
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Шаһиев башҡарған “Сәлимәкәй” йырына клип төшөргәндә Айгөл Шәкүр ҡыҙын һайлап алыуҙары үҙе үк уның нәзәкәтле, һөйкөмлө, наҙлы башҡорт ҡыҙы образын асып бирә алыуы тураһында һөйләй. Билдәле кинорежиссёр Р.Юлтаевтың тәүге эше булған “Сәк-сәк” (И.Йомағолов пьесаһы буйынса) фильмында ла ҡатнашыу бәхете тейә уға.
Тормошта Кеше өс нәмәнән бәхетле тиҙәр - һаулыҡ булһын, яҡындарың имен-һау булһын, яратҡан эш-шөғөлөң булһын. Был бәхеттәрҙең түрендә Айгөл Зөбәйҙуллина! Йәнә уның ҡурҡыу белмәҫ йөрәге, ҡыйыулығына һоҡланабыҙ, тыуған ере өсөн йән атыуы менән ғорурланабыҙ. Артабан да актрисаның көндәре нурлы-йырлы, шатлыҡтары игеҙ, бөтә изге уй-ниәттәре ысынға ашһын.
Әйткәндәй, тиҙҙән Айгөл Шәкүр ҡыҙы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры менән берлектә ни бары бер генә көнгә тыуған яҡтарына юллана. Ноябрь аҙағында, йәғни 23-сө көндө, киске сәғәт 7-лә Красноусолда район мәҙәниәт һарайында актриса менән йәнле осрашыу көтә һеҙҙе. Күстәнәсебеҙ бик шәп – Д.Сәлиховтың “Ҡатын түгел – аждаһа!” комедияһы! Ял йортона юлланған ирҙәренең ысын йөҙөн асырға тырышҡан ҡатындар тураһында... Геройҙарҙың мөхәббәт, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт мажараларына ҡоролған был спектакль иҫ киткес ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, шул уҡ ваҡытта уйландырғыс та сәхнә әҫәре.
Ғөмүмән, театр сәнғәтен һөйөүселәргә ял сәғәттәре бүләк итергә Стәрлетамаҡ артистары һәр ваҡыт әҙер. Көслө рухы менән дан тотҡан ғафуриҙар беҙҙең актёрҙарыбыҙҙы, ысын мәғәнәһендә, ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, зал тултырып килер тигән ныҡлы ышаныстабыҙ. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрегеҙҙе аҙға ғына ситкә ҡуйып, битарафлыҡтан арынып спектаклгә килергә генә кәрәк. Артистарҙы яҡындан күреү, улар менән сәхнә телендә йәнле аралашыу - телевизорға текләп ултырыу менән бер түгел. Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер тигәндәй, беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ. Күңелдәрегеҙгә дәрт, йөрәктәрегеҙгә ял алып ҡайтырһығыҙ.
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.