+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2023, 10:45

Йүнсел ғаилә күптәргә өлгө

Яңғыҙҡайын ауылында төпләнеп йәшәгән, баҡсасылыҡ шөғөлөн үҙ итеп, үҙҙәренең шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында еләк үҫтерергә тотонған Ләйсән менән Айҙар Өмөтбаевтарҙың ғаиләһе тураһында ике йыл элгәре гәзитебеҙҙе яҙып сыҡҡайныҡ инде.

Йүнсел ғаилә күптәргә өлгө
Йүнсел ғаилә күптәргә өлгө

Ауыл хужалығында ғаиләгә килем килтерерлек төрлө йүнәлештәр буйынса эҙләнгән Айҙар Фәнир улы Интернеттан баҡса еләген үҫтереү серҙәре менән танышып, башҡа тарафтарҙағы еләк-емеш үҫтереүселәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, үҙен еләкселектә һынап ҡарарға уйлап, еләкселек менән шөғөлләнгән республика эшҡыуарҙарынан, һәүәҫкәр баҡсасыларҙан еләк үҫентеләрен һатып алып, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Өмөтбаевтар үҫтергән экологик йәһәттән таҙа, хуш еҫле, файҙалы еләктәрҙе бик күптәр тәмләп ҡараған да инде, хәҙер иһә үҙ клиенттары бар. Йүнсел ғаилә башлығы киләсәктә ҡуртымға ер алып эшен йәйелдерергә, ҡарағат, ағас (ҡурай) еләге кеүек һәм башҡа емеш-еләк үҫентеләрен үрсетеү хаҡындағы уй-пландары менән уртаҡлашҡайны.
Ниһайәт, әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тигәндәй, йәш йүнсел был пландарын тормошҡа ашырырға тотонған да инде. Быйыл шәхси эшҡыуар булып теркәлгән А.Өмөтбаев “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, баҡсасылыҡты артабан үҫтереү буйынса проектын тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, ер участкаһы бирергә ҡарар ителә, шулай уҡ бизнес-пландары менән ярҙам алыуға конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителә. Шулай итеп, Өмөтбаевтар Ауыл хужалығы министрлығы йүнәлешендәге ауыл ерендә яңы эш башлаған йәш эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән “Агростартап” төбәк программаһы буйынса өс миллион һумға яҡын грант алыуға өлгәшә. Биш төрлө еләк-емеш: баҡса еләгенән тыш, артабан ҡарағат, ағас (ҡурай) еләге, бөрлөгән, жимолость (айыу баланы) үҫтереү менән шөғөлләнергә иҫәптәре. Емештәрҙең юғары уңыш бирә торған сорттарын: ҡарағат менән ағас еләге үҫентеләрен Башҡортостан питомниктарынан, бөрлөгәнде - Свердловск, айыу баланын Томск өлкәләренән һатып алғандар. Дәүләт ярҙамы емеш үҫентеләре һатып алыуға тотонолған, Урал ауылы янында 9 гектар ер участкаһы ҡуртымға алынған, өлөшләтә кәртәләнгән. Әлеге мәлдә Өмөтбаевтар ғаиләһе (өс балалары ҙур ярҙамсылары), ата-әсәләре һәм туғандары ярҙамында бында ҡарағат үҫентеләре ултыртыу менән мәшғүлдәр.
-Ҡарағат үҫентеләрен һыуыҡтар башланғансы ултыртып бөтөргә ине иҫәп. Был үҫентеләр ике йылдан ғына емеш бирә башлаясаҡ әле, ашлау, тәрбиәләү ҙә талап итә, - ти эшҡыуар.
Көн-төн тимәй, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, эшлекле тормош алып барған был матур Өмөтбаевтарҙың ғаиләһе үҙ эшен асырға уйлаусыларға өлгө булып тора, уларҙың тәжрибәһен башҡаларға еткереү, баҡсасылыҡ серҙәре менән уртаҡлашыу – изге бурысыбыҙ. Ғаилә килемен тулыландырыу сығанағы булған шөғөлөгөҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: