+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2023, 10:45

Еңеүгә бер аҙым

Н.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының КВН командаһы үҙ баһаһын һис төшөрмәй. гимназияны тамамлаған һәләтле уҡыусылар урынына команданы икенселәре тулыландырып тора.

Еңеүгә бер аҙым
Еңеүгә бер аҙым

Күптән түгел уҙғарылған “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” республика КВН конкурсының төбәк этабында гимназияның “Ауыр бала саҡ” командаһы икенсе урын яулап һөйөндөрҙө. Бында Ғафури, Миәкә, Стәрлебаш, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Әлшәй райондарынан һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан үҙҙәренең ҡыҙыҡлы шаяртыуҙары һәм юмор менән ярышырға йыйылған ете команда араһында беҙҙең гимназия КВН-сылары етәкселәре Альбина Ишкина ярҙамы менән һәйбәт сығыш яһаған. КВН уйын-
дарында уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар тураһында шаяртып, юмор аша етди һығымталар яһап, үҙҙәренең ижади һәләтен күрһәткән. Ә Рәсүл Табынғолов “Актёр оҫталығы” номинацияһында иң-иңе булып танылған. Был команда Алһыу һәм Эвелина Әбделмәновалар, Сабина Әбйәлилова, Данис Алтынсурин, Илмир Әхмәров, Наҙгөл Ғәзизова, Ангелина Дәүләткилдина, Зарина Рәхимова, Илһам Шәфиев кеүек шәп ҡыҙҙар һәм егеттәрҙән тора. Көлөү дарыуҙан да файҙалы, тигәндәй, улар шаяртыу аша балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында иҫкәртә, нимәләр ярамағанын көлөү аша еткерә.
Республика конкурсының төбәк этабында лайыҡлы сығыш яһаған егет-ҡыҙҙарҙы һәм етәкселәре Альбина Ишкинаны призлы урын яулауҙары менән ҡотлайбыҙ.

Еңеүгә бер аҙым
Еңеүгә бер аҙым
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: