Республикабыҙҙың төрлө район, ҡалаларынан йыйылған йәш коллегаларына “Тамыр” телеканалының шәп хеҙмәткәрҙәре бай йөкмәткеле оҫталыҡ дәрестәре, интерактив экскурсиялар үткәргән.
Фестивалдең аҙағында бүләкләү өлөшө лә булып, “Нөктә ТВ” телестудияһы “Тау-тау хәбәр” тапшырыуының махсус призына лайыҡ булһа, уларҙың етәкселәре Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова БР Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Бүләкте тапшырыуҙың режиссёры Альбина Йосопова үҙе тапшырған.
Эйе, “Нөктә ТВ”-ларҙың иң уңышлы сюжеттарын “Тамыр” телеканалының “Тау-тау хәбәр” тапшырыуында йыш күрергә мөмкин. Улар иңендә башҡорт телен үҫтереү, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, гимназияла уҙған сараларҙы яҡтыртыу бурысы ята. Телестудия балаларҙың һәләттәрен тағы ла нығыраҡ аса бара, ижади ҡараш булдыра. Республика кимәлендә танылыу алған “Нөктә ТВ” телестудияһына артабан да илһамланып эшләүҙәрен һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.