Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы менән Раил Сибәғәт улы шундай кешеләр. Йор, тапҡыр һүҙле, сит кешене лә тиҙ генә үҙенә ҡарата алған Раил ағайға тыйнаҡ ҡына йылмайып, баҫалҡы ғына Зәлфирә апай шул тиклем пар килгән. Улар илле биш йыл шулай бер-береһен бер ҡараштан аңлап, берен-бере ихтирам итеп, килешеп йәшәйҙәр. Бына шундай матур парҙы Ғафури районы Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Рәүфә Ғәбдрәхим ҡыҙы Хәйретдинова һәм мәктәп уҡытыусылары зөбәржәт туйҙары менән ҡотларға килделәр. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, сәскә гөлләмәләре менән бергә бүләктәр ҙә тапшырҙылар.
Раил Сибәғәт улы юғары белемле ветврач, Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы ла юғары белемле математика уҡытыусыһы. Икеһенең дә эштәре яуаплы, ихтирамға лайыҡ. Раил Сибәғәт улына, үҙенең төп эшенән тыш, колхоздың партия ойошмаһын етәкләргә, һуңғараҡ ауылда староста булып, ауыл мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәргә тура килһә, Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар проф-союз ойошмаһының етәксеһе, директор урынбаҫары, мәктәп директоры ла булып эшләй. Ул йылдарҙа парторгтың һәм уҡытыусының колхоз эшенән айырылғаны булманы: ырҙында ла, баҫыуҙа ла эшләне улар.
Шул уҡ ваҡытта Әһлиуллиндар матур донъя ҡороп, татыу ғаилә булып танылдылар. Улар ике ул, өс ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Улдары Илдар һәм Наил, механик һөнәрен һайлайҙар, Динара һәм Гүзәл – уҡытыусы, Гөлнара медицина хеҙмәткәре һөнәрҙәрен үҙ иткәндәр. Бөгөнгө көндә һәр береһе ғаиләле булып, балалар үҫтереп, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында йәшәйҙәр. Олатай-өләсәй булған Раил Сибәғәт улы һәм Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәргә һөйөнөп, шатланып бәхетле ғүмер кисерә.
Лилиә МИНИЯЗОВА.
Яугилде ауылы.