-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль , 14:30

Башҡортостан 51 миллион һумға 11 торлаҡ сертификаты аласаҡ

Рәсәй хөкүмәте 2024 йылға торлаҡ сертификаттарын сығарыу һәм бүлеү графигын раҫланы. Бындай сертификаттар «Граждандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт йөкләмәләрен үтәү» саралар комплексын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленә.

Башҡортостан 51 миллион һумға 11 торлаҡ сертификаты аласаҡ
Башҡортостан 51 миллион һумға 11 торлаҡ сертификаты аласаҡ

Бөтәһе ил буйынса 9,9 миллиард һумлыҡ 1927 сертификат биреләсәк. Уларҙың барыһы ла йылдың беренсе кварталында уҡ бирелергә тейеш, тип хәбәр итә «Российская газета».

Быйыл илдә «чернобылсыларға», ликвидаторҙарға һәм башҡа радиация аварияларынан зыян күргәндәргә 277 торлаҡ сертификаты биреләсәк. РФ Хөкүмәте бойороғо буйынса, Башҡортостан 10,242 миллион һумдан ашыу суммаға ике сертификат аласаҡ.

Мәжбүри күскенселәр 60 торлаҡ сертификаты аласаҡ. Шундай сертификаттарҙың береһе Башҡортостанға тура килә. Социаль түләү күләме яҡынса 3,278 миллион һум тәшкил итәсәк.

Ябыҡ административ-территориаль берәмектәрҙән күсерелергә тейешле кешеләргә тағы 98 сертификат биреләсәк. Мәҫәлән, Башҡортостан (Межгорье ҡалаһы) 2024 йылда дөйөм суммаһы 37,236 миллион һумдан ашыуға һигеҙ торлаҡ сертификаты аласаҡ.

Торлаҡ сертификаттарын алыуға иҫәп тота алған граждандарҙың башҡа айырым категориялары араһында - Алыҫ Төньяҡ райондарынан һәм уларға тиңләштерелгән урындарҙан сыҡҡан граждандар; хәрби хеҙмәткәрҙәр, хәрби хеҙмәттән бушатылырға тейешле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Байконур комплексынан күсерелергә тейешле граждандар.

Башҡортостан 51 миллион һумға 11 торлаҡ сертификаты аласаҡ
Башҡортостан 51 миллион һумға 11 торлаҡ сертификаты аласаҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: