Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Төмән- Махачкала пассажир поезы ҡуҙғалыр алдынан эттең хужаһы вокзал бинаһындағы киоск һатыусыһы янына килә һәм: «Белмәйһегеҙме, берәйһенә эт кәрәкмәйме?» — тип һорай. Тиҫкәре яуап алғас, эт хужаһы, "улайһа ул уны ҡалдырам", тип әйтә һәм аптырап ҡалған һатыусыға эттең бауын тоттороп, сығып китә.
Ҡатын этте полиция хеҙмәткәрҙәренә — Артур Шафиҡовҡа һәм Артем Хисаметдиновҡа тапшыра. Хоҡуҡ һаҡлаусылар этте полиция бүлмәһенә алып инә, хужаһының кемлеген асыҡлай һәм уның туғандарына шылтырата.
Хужа үҙенең ҡылығын "эт менән вагонға индермәнеләр" тип аңлата, ә эт артынан туғандары киләсәгенә шикләнмәгәнлеген әйтә. Төн уртаһына Булка ҡушаматлы стаффордшир терьеры артынан эт хужаһының туғандары килә һәм транспорт полицейскийҙарына йорт хайуандарына иғтибарлы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерә.