+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль , 17:15

БДМУ ректоры Валентин Павлов: "Ышанам, 10-15 йылдан Өфө кампусында нобель премияһы лауреаттары буласаҡ"

Өфөләге вуз-ара кампуста Башҡортостан вуздары лабораториялары урынлашасаҡ. 2 февралдә асылған Өфө кампусының бер нисә ҡатында Башҡорт дәүләт медицина университетының тикшеренеү проекттары: Фарм-үҙәк лабораториялары, Биоинженерия үҙәге һәм «Киләсәк медицинаһы»проекты урынлаша.

БДМУ ректоры Валентин Павлов: "Ышанам, 10-15 йылдан Өфө кампусында нобель премияһы лауреаттары буласаҡ"
БДМУ ректоры Валентин Павлов: "Ышанам, 10-15 йылдан Өфө кампусында нобель премияһы лауреаттары буласаҡ"

Медицина университеты ректоры, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор Валентин Павлов вуз-ара кампустың юғары уҡыу йорттары, республика һәм ил өсөн ниндәй мөмкинлектәр асыуы хаҡында һөйләне һәм  үҙенең төп хыялы менән уртаҡлашты.

Һеҙҙеңсә, яңы кампус проекты республиканың Һәм Рәсәйҙең заманса фәненең ниндәй көнүҙәк проблемаларын хәл итергә тейеш?

- Кампус проекты хәл итәсәк иң мөһим проблема - кеше капиталын үҫтереү. Бөгөн кампус ҡына түгел, заманса ятаҡтар ҙа төҙөлә – фәнни проекттар булдырыла. Өфө кампусы, тәү сиратта, ул-кешеләрҙең йәшәү рәүеше, уйҙары.  Кампус Өфө ҡалаһы үҙәгендә интеллектуаль үҫеш нөктәһен булдырыу мөмкинлеген бирә.

Өфөлә ошондай кампус булдырыу идеяһы хаҡында белгәс, ниндәй хистәр кисерҙегеҙ?

- Кампус, тәү сиратта, республика вуздарын фәнгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Күп йылдар беҙҙең алда яңы белем биреү бурысы тормай, иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатын ҡуябыҙ. Бөгөн беҙҙә яңы белем алырға әҙер булған йәштәрҙе матди һәм интеллектуаль мөхит менән тәьмин итеү өсөн уникаль мөмкинлек бар. XXI быуатта артабан да алдынғы фәнни белем булдырыусы йәмғиәт, ил еңәсәк. Кампусҡа проекттар һайлап алыу буйынса башҡарылған ҙур эш ғилми кадрҙар әҙерләүҙә, республика һәм ил өсөн сәнәғәттең, производствоның, халыҡ хужалығының яңы тармаҡтарын булдырыуҙа үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк.

Өфө кампусының Рәсәйҙә һәм донъяла беренсе булмауы аңлашыла. Шуға ҡарамаҫтан, проект үҙе ысынлап та илһамландыра. Республикабыҙ кампусының үҙенсәлеге нимәлә тип уйлайһығыҙ?

- Бындай форматта был Рәсәй Федерацияһының тәүге проекттарының береһе. Был проект үҙенсәлекле, сөнки ул ил иҡтисады һәм фәне өсөн бик күп эштәр башҡарған һәм республика сәйәсәтенә йоғонто яһаған өс ҡеүәтле юғары уҡыу йортона таяна. Үҙенсәлеге шунда: беҙ кампус майҙансығында бында уҡыған һәм артабан республикала эшләргә әҙер булған иң һәләтле балаларҙы йыя алабыҙ. Бында йәш ғалимдарҙың старты өсөн мөмкинлектәр асыла, ә билдәле ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм профессорҙар үҙҙәренең идеяларын тормошҡа ашыра ала, улар, төрлө сәбәптәр арҡаһында, элек тормошҡа ашырылмаған. Кампусыбыҙҙың үҙенсәлеге архитектурала, урынлашҡан ерендә сағыла, әммә иң мөһиме - беҙҙең кешеләр.  Бөгөн республика вуздарында быға тиклем бер ҡасан да булмаған лабораторияларҙы күрәбеҙ. Бөгөн беҙ бөтөнләй яңы мәсьәләләрҙе хәл итергшә ынтылабыҙ, яңы офоҡтар асабыҙ.

БДМУ ректоры Валентин Павлов: "Ышанам, 10-15 йылдан Өфө кампусында нобель премияһы лауреаттары буласаҡ"
БДМУ ректоры Валентин Павлов: "Ышанам, 10-15 йылдан Өфө кампусында нобель премияһы лауреаттары буласаҡ"
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: