+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 16:40

Хәрби диңгеҙсе булғығыҙ килһә...

Бөгөн, 9 февралдә, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә профориентация сараһы үтте. Унда район үҙәге белем биреү учреждениеларының юғары класс уҡыусылары Санкт-Петербургтағы “Хәрби-диңгеҙ академияһы” Хәрби-диңгеҙ институтының Хәрби-диңгеҙ флоты хәрби уҡыу-фәнни үҙәгенән вәкилдәр – хәрби офицерҙар менән осрашты.

Хәрби диңгеҙсе булғығыҙ килһә...
Хәрби диңгеҙсе булғығыҙ килһә...

Осрашыуҙа ҡатнашыусы ҡунаҡтар: “Хәрби-диңгеҙ академияһы” Хәрби-диңгеҙ институтының Хәрби-диңгеҙ флоты хәрби уҡыу-фәнни үҙәгенең кафедра начальнигы вазифаһын башҡарыусы Василий Александрович Марютин, 2-се ранг капитаны, хәрби институттың (хәрби-диңгеҙ политехник) хәрби-профориентация төркөмө начальнигы Алексей Сергеевич Никонов, радиотехник факультеттың курс офицер-преподавателе Александр Васильевич Поярков уҡыу йорто, юғары һәм урта һөнәри белем биреү факультеттары менән таныштырҙы, уҡырға инеү тәртибе тураһында мәғлүмәт бирҙе, шулай уҡ видеояҙмалар аша яҡындан таныштырҙылар. Сара һуңында был уҡыу йорто менән ҡыҙыҡһынған ҡыҙҙар офицерҙар менән яҡындан аралашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса урынбаҫары, 2-се ранг капитаны В.И.Герасимов оҙатып йөрөнө.

Хәрби диңгеҙсе булғығыҙ килһә...
Хәрби диңгеҙсе булғығыҙ килһә...
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: