+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 14:40

Күркәм ғаилә – ауыл ҡото

Юлыҡ ауылында уңған кешеләр йәшәүе электән билдәле. Ауыл ҡото булып, уңғанлыҡтары һәм тырышлыҡтары менән ауылдаштарына йәшәйеш өлгөһө булып ғүмер итеүсе ғаиләләрҙең береһе - Зөлфиә менән Салауат Яҡуповтар тураһында һүҙебеҙ.

Күркәм ғаилә – ауыл ҡото
Күркәм ғаилә – ауыл ҡото

Ғаилә башлығы Салауат - Миңнира менән Миңниәхмәт Яҡуповтарҙың өс балалы ғаиләһендә ағаһы һәм һеңлеһе араһында уртансыһы булып тыуып үҫә. Ҡырмыҫҡалы ҡыҙы Зөлфиә лә өс балалы ғаиләлә, иң өлкәне, ике энеһенә апай булып буй еткерә. 1985 йылда ул Юлыҡҡа Яҡуповтар ғаиләһенә килен булып төшә. Тәүге никахтан булған ике йәшлек улы Зенфирҙы ла үҙ ғаиләһенә йылы ҡабул итә Яҡуповтар. Бик егәрле һәм бөтмөр килен ауылда ихтирам-хөрмәт ҡаҙанып, тиҙүк үҙ кешегә әйләнә, ололар әйтмешләй, төшкән еренә таш булып бата. Төп йортта – атай-инәйҙәре менән бергә донъя көтә башлайҙар. Шатлыҡ өҫтөнә бәхет өҫтәп, балалары – Юлай менән Лилиә донъяға килә. Әммә, нисек кенә булмаһын, үҙ ояңды ҡороу кәрәк. Күпмелер ваҡыт атай йортонда йәшәгәс, өр-яңы йорт һалып, башҡа сығалар, атайҙары мәрхүм булғас, инәйҙәрен яңғыҙ итмәй, үҙҙәре янына күсерәләр. Миңнира Фәйзулла ҡыҙы Зөлфиә килене менән 35 йыл әсәле-ҡыҙлы кеүек бер төптән булып татыулыҡта, матур йәшәне, урыны түрҙә булды. Олоғайған көнөндә таз һөйәген һындырғас, да-уаханала бергә ятып балалай ҡарай ҡәйнәһен килене. Ул хәстәрлекле балалары тәрбиәһендә 80 йәшкә етеп, барыһынан ҡәнәғәт, рәхмәтле булып, яҡты донъя менән хушлаша.
Яҡуповтар – эшһөйәр генә түгел, татыу, тәрбиәле, өлгөлө ғаилә булараҡ та айырылып торалар. Балаларҙы табып, үҫтереү генә түгел, уларға дөрөҫ тәрбиә бирә белергә лә кәрәк. Был тәңгәлдә уларҙың йөҙө яҡты, балалары тәүфиҡлы булып үҫә, уҡыуҙа ла, эштә лә һынатмайҙар, атай-инәйҙәре йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Иң өлкәне Зенфир дүрт бала - ике ул (Ринат, Руслан) һәм ике ҡыҙ (Зарина, Зәмирә) атаһы, килендәре Зөлфиә һәм ғаиләһе менән Өфөлә төпләнгән, әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла. Юлайҙары өйләнмәгән, үҙҙәре менән йәшәй, мәктәптә ҡарауылда эшләй. Ағаһы менән бер ҡалала йәшәүсе ҡыҙҙары Лилиә тормош иптәше Самат менән Ангелина, Радмир, Рөстәм, Диана исемле балалар үҫтерәләр, әлеге мәлдә кескәй ҡыҙы менән декрет ялында. Изге күңелле, мәрхәмәтле Зөлфиә апай бынан тиҫтә йылдар элек, энеһе һәм килене мәрхүм булғас, ире Салауат ағай менән кәңәшләшеп, уларҙың дүрт йәшлек улы Илвирҙы етемлектән ҡурсалап, үҙ ғаиләһенә һыйындыра. Ул әбеһе-бабаһының үҙенә түккән күңел көсөн, йөрәк йылыһын тәләфләмәй, уларҙың ышанысын аҡлап, аҡыллы булып үҫеп буй еткерә. Хәҙер егет, Юлыҡ мәктәбендә 9-сы клас-ты тамамлағас, Өфөлә төҙөлөш колледжында монтажсы-иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып йөрөй.
Зөлфиә Фәнил ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уңған килендең эшенән һәр кем ҡәнәғәт булды, маҡталып эшләне, шуға ла ауылдаштары алдында уның йөҙө яҡты. Өлгөр ҙә, бөтмөр ҙә килен аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары оҫтаһы, гөлдәр ярата. Ә Салауат Миңниәхмәт улы колхозда, ул тарҡалғас, балалар баҡсаһында ҡарауылсы булып эшләй. Бөгөн Яҡуповтар ғаиләһе иркен йорттарында йәшәйҙәр, мал аҫрап (өс һыйыр, башмаҡ-быҙауҙар), йәшелсә-емеш, күпләп бәрәңге үҫтереп, үҙҙәренән артҡанын һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар, күпләп ҡаҙ-өйрәктәр алып һимерткәндәр.
Махсус хәрби операциялағы 40 йәшлек Зенфир тураһында һүҙҙе дауам итеп, ул 2022 йылдың авгусында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, МХО-ға юлланған. Ике тапҡыр отпускыла булған, оҙаҡламай йәнә ҡайтыуын көтәләр. Мәктәп тамамлағас, Ҡырмыҫҡалыла бухгал-терҙар курсында, артабан Наумовка совхоз техникумында уҡый, Приморье крайында элемтәсе булып әрмелә хеҙмәт итеп ҡайта. Мотоуҡсылар полкы составында һуғыш яланында булған Зенфир һынатмай, әленән-әле һөйөнөслө хәбәрҙәрен генә ишеттереп тора, иҫән-имен генә булһын. Командованиеның Маҡтау ҡағыҙҙарына, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған ул.
“Зенфир улыбыҙ махсус хәрби операцияға киткәс, башта ныҡ ҡыйын булды, борсолоп-уйланып, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә, күҙ йәштәре түгергә тура килде. Хәҙер бер сама тынысландыҡ. Ғаиләбеҙҙе ярҙамдарынан ташламайҙар, барыһынан да ҡәнәғәтбеҙ, тик улыбыҙ ғына имен йөрөп, иҫән-һау ҡайтһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн”, - тип теләйҙәр. Ауылдаштарына, күршеләренә, хеҙмәттәштәренә, Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенә, әлеге һәм элекке башлыҡтары А.Әлмөхәмәтов менән Р.Абдрахмановҡа бик тә рәхмәтле улар. Ауылдаштарҙан йыйылған аҡсаға әүҙемселәр Яңы йыл бүләктәре килтереп, Ҡыш бабайҙар килеп ҡотлап һөйөндөргәндәр, клубта махсус хәрби операциялағыларҙың ата-әсәләрен саҡырып, саралар үткәрәләр, утындан да өҙмәйҙәр. “Һәр береһе Зенфирҙың, үҙебеҙҙең хәлде белешеп торалар, иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар, ярҙамдарынан ташла-майҙар, барыһына ла рәхмәт”, - ти Зөлфиә Фәнил ҡыҙы.
Яҡуповтарҙың ырыҫлы йорто каникул мәлдәрендә гөрләп тора, ейән-ейәнсәрҙәре ҡаланан олатай-өләсәйҙәре янына ашҡынып ҡайталар, туғандары менән дә татыулыҡта йәшәйҙәр. Зөлфиә апайҙың Ҡырмыҫҡалыла яңғыҙы ғына йәшәгән 82 йәшлек инәһе Мәүә Ғәли ҡыҙын да хәстәрлектәренән ташламайҙар, барып ярҙам итеп ҡайтырға ла ваҡыт табалар.
Яҡуповтарҙың күркәм, татыу ғаиләһендә барыһы: олоһо, кесеһе бергә йыйылған саҡтар – көтөп алынған иң бәхетле мәлдәр. Бәхет, шатлыҡтар өҙөлмәһен был ҡотло йорттан.

Күркәм ғаилә – ауыл ҡото
Күркәм ғаилә – ауыл ҡото
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: