Йыйылыусылар бер тауыштан йыйылыштың рәйесе итеп Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмовты, сәркәтибе – Елена Алексеевна Игошинаны һайланы.
Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Р.Ә.Мөхәррәмов һәм эштәргә идара итеүсеһе Л.И.Васильева сығыш яһап, программаның шарттары һәм бурыстары тураһында аңлатты, уҙған йылдарҙа был программала ҡатнашыуҙың һөҙөмтәләре менән дә таныштырҙылар. Улар билдәләүенсә, Дарьино ауылында 238 кеше иҫәпләнһә, был йыйылышта 45 кеше ҡатнашты.
Көн тәртибенә 2024 йылда Дарьино ауылына “МТЗ-82” тракторы, Аҡкүл ауылына тракторға тағылма алыу, Антоновкала балалар майҙансығын төҙөү мәсьәләләре ҡуйылды. Улар тауышҡа ҡуйылып, ошо программала еңеп сыға ҡалһа, аҡсаны Дарьино ауылына “МТЗ-82” тракторы алыуға тотонорға, тигән ҡарар бер тауыштан хупланды.
Проекттың дөйөм суммаһы 2 миллион 300 мең һум булһа, республика бюджетынан 1 миллион 200 мең һум, муниципаль бюджеттан 85 мең һум бүлеү, бағыусыларҙан һәм халыҡтан 125 мең һум йыйыу ҡаралған. Шулай уҡ инициатив төркөм төҙөлөп, уның рәйесе итеп Светлана Смагина, ағзалары Альбина Махсумова, Елена Игошина, Лилиә Елисеева, Анастасия Әсәҙуллина, Евгения Костылева һайлап ҡуйылды.
Ауыл биләмәһе башлығы йыйылышты йомғаҡлап, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге әүҙемлектәре өсөн биләмә халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Дарьино ауылы халҡы күтәреп сыҡҡан мәсьәлә ыңғай хәл ителеп, быйыл да ауыл өсөн файҙалы булған программала еңеүҙәр генә юлдаш булһын.