+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Февраль , 21:45

Яугилделә шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" үтте

Бөгөн Яугилде ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Ғаилә йылын асыуға арналған "Ҡышҡы ғаилә уйындары" үтте. Унда районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләре йыйылды.

Яугилделә шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары"  үтте
Яугилделә шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" үтте

Яугилденән Нәзировтар, Бәләкәй Үтәштән Сабитовтар, Сәйетбабанан Шаһиевтар, Таш-Аҫтынан Зәйнешевтар, Ҡауарҙынан Сөләймәновтар, Әхмәт ауылынан Масловтар, Ҡурғашлынан Баталовтар, Ташлынан Воронцовтар, Үтәктән Камаловтар, Яңғыҙҡайындан Сабитовтар күргәҙмәләр ҡуйып, спорт ярыштарында ҡатнашып төрлө номинацияларҙа бүләкләнделәр. Байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, БР Милли архив директоры урынбаҫары  Ниязбай Сәлимов һәм башҡалар килгәйне. Сара барышында иң мәргән уҡсылар ҙа асыҡланды. Был бәйге республиканан 65 уҡсыны йыйҙы. Көн аҙағына иң мәргәндәр миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Шулай уҡ “Бәйге” һәм “Башҡорт күпбәйгеһе” ярыштарында район ауылдарынан ғына түгел, күрше Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел райондарынан да ҡатнашыусылар булды.

Красноусол ағинәйҙәре буҙа эшләү, Бурлы мәктәбе уҡытыусыһы Вадим Ғүмәров талдан кәрзин үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Ниндәй байрам йыр-бейеүһеҙ булһын инде! Сара районыбыҙ таланттарының матур сығыштары менән үрелеп барҙы, күмәк бейеүҙәр күңелдәрҙе күтәрҙе.  

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: