+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль , 13:00

Хеҙмәткә бай, хөрмәткә лайыҡ ғүмер

Файҙалы һәм ҡәнәғәт йәшәлгән ғүмер – бәхетле ғүмер. Тормошоноң һәр миҙгелен лайыҡлы үткәргән, намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй ерҙе. Районыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағында булдыҡлылығы менән абруй ҡаҙанған етәкселәрҙең береһе Марат Шәрифулла улы Мөстәҡимов бар булмышын, бар көсөн һалып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған тап шундай шәхестәрҙең береһе. 3 февралдә 70-се ғүмер байрамын ҡаршыланы ул.

Хеҙмәткә бай, хөрмәткә лайыҡ ғүмер
Хеҙмәткә бай, хөрмәткә лайыҡ ғүмер

Марат Мөстәҡимов ауыл хужалығы техникумын, һуңынан институт тамамлағандан һуң, 1974 йылың 1 авгусында районға эшкә килеп, “Россия” колхозында агроном булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. Уның рәйесе Ф.Ф.Ғәлиәхмәтов була. Ике ай эшләгәс, эшенә яуаплы ҡарап, үҙен яҡшы, эшлекле белгес итеп танытҡан, намыҫлы, ойоштороу һәләтенә эйә Марат Шәрифулла улын рәйес үҙенең урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Шулай итеп, хеҙмәтен күрә белеп, үҙенә ышаныс күрһәткән етәкселеккә рәхмәтле булып, юғары эшлекле сифаттары менән киләсәккә юл яра ул. М.Мөстәҡимов ауыл хужалығында эшләгән йылдарын иҫенә төшөрөп: “Колхоздарҙың бер нисә йүнәлештә эшләгән, гөрләп торған сағы, барлыҡ көс етештереүгә йүнәлтелгән ваҡыт ине. Ялансылыҡта бөтә төр ауыл хужалығы культураларын сәсеү өҫтөнә бәрәңге, йәшелсә, емеш-еләк тә үҫтерелә ине. Һыйыр, һарыҡ, сусҡа, ат, тауыҡ, хатта ҡаҙ, ҡуян фермалары ла булды. Хужалыҡтар менән үҙ-ара ярышып, сәмләшеп эшләнек. Дәүләттән дә ярҙам тос булды: бүленгән дотацияларҙы хатта үҙләштереп өлгөрмәгән саҡтар ҙа булды, яғыулыҡҡа, минераль ашламаға ҡытлыҡ кисерелмәне, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар даими ҡайтарылды. Шуға ла иген һәм һөт дәүләткә ағыла ғына ине. Баҫыуҙар тулыһынса сәселде, бер буш ҡалған участка булманы. “Россия” колхозы ғына дәүләткә 3,5 мең тонна иген һата ине. 70-80-се йылдарҙа “Ҡыҙыл ылау” менән элеваторға Ғафури игенен тапшырырға барыуҙар матур бер хәтирә булып күңелгә һеңеп ҡалған”, - ти ветеран.
Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, бер аҙ демократияға ирек бирелгәс, хужалыҡ рәйестәрен һайлап ҡуйыу башлана. 1987 йылдың март айында колхозсыларҙың дөйөм йыйылышында күпселек тауыш менән Марат Шәрифулла улы Ленин исемендәге колхозға рәйес итеп һайлап ҡуйыла. Бер нисә йыл һуҙымында күрше хужалыҡтағы эшен күҙәтеп барып, эшлекле һәм ойоштороу сифаттарын белеп торған колхозсылар тыуған хужалыҡтарын уға ышанып тапшыралар. М.Мөстәҡимов ышаныстарын аҡлай. Әммә 1994 йылда уны Буруновка ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Биш йыл эшләгәс, 2000 йылдан йәнә Ленин исемендәге колхозға етәкселек итә. Тап ошо мәлдә етәкселек дилбегәһен үҙ ҡулына алған Марат Шәрифулла улы эште дөрөҫ ойоштороп, тарҡалыр сиккә еткән колхозды һаҡлап ҡала. Улай ғына ла түгел, колхозды ҡабул итеп алғанда районда иң аҙаҡҡы урында булған һәм бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡты баш бухгалтер ярҙамы һәм эшсәндәре тырышлығы менән аяҡҡа баҫтырып, иҡтисади йәһәттән бөтә күрһәткестәр бу-йынса ла алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәшә. Колхозда малдар һаны кәмеүгә юл ҡуйылмай, продукция етештереү бу-йынса ла тотороҡлоҡ һаҡлана. Игенселек менән шөғөлләнеүҙе үҙмаҡсат итеп алған хужалыҡ ике йүнәлештә: ялансылыҡ һәм малсылыҡта һөҙөмтәле эшләне, райондың ҡеүәтле, көслө хужалыҡтары иҫәбендә булды. М.Мөстәҡимов ауыл хужалығы тармағында 40 йыл лайыҡлы хеҙмәт итеп, шуның 14 йылын рәйес булып эшләп, 2014 йылда, 60 йәшлек юбилейынан һуң, үҙ теләге менән эшен ҡалдырып, хаҡлы ялға сыға. Сәләмәтлеге лә, арыуы ла үҙен һиҙҙерә. Быға ғәжәпләнәһе түгел, Марат Шәрифулла улы үҙ-үҙен аямай, бары тик үҙенә һәм етәкләгән коллективына ышанып, бар көсөн һәм тырышлығын һалып хеҙмәт итә. Уны идаралыҡта түгел, һәр ваҡыт йә баҫыуҙа комбайн-тракторҙар янында, йә ырҙын табағында, йә булмаһа фермала тап итергә була ине.
М.Мөстәҡимов хаҡлы ялға тармаҡтың хөрмәтле һәм абруйлы етәксеһе булып сыға. Намыҫлы хеҙмәте 2007 йылда юғары награда - Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы, 2010 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме менән баһалана. Төрлө грамоталарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Заманында үҙгәртеп ҡороу елдәре шауҡымында районда ғына түгел, республикала һанаулы ғына ҡалған колхоздар араһында районыбыҙҙа берҙән-бер - Ленин исемендәге колхоздың һаҡланып ҡалыуы булдыҡлы рәйес Марат Мөстәҡимовтың тос хеҙмәт өлөшө һәм хужалыҡ ошо көнгәсә эшләп килә. Унан Ленин исемендәге хужалыҡты ҡабул итеп алған әлеге рәйесе Риф Вәкил улы Мөьминов та остазынан колхозды һаҡлап, бөгөнгәсә эшләтеү кеүек эшлеклелек сифатына тоғро ҡалған.
Бөгөн хаҡлы ялдағы ветеран бар булмышын донъяһына, ғаиләһенә бағышлап, күп йыллыҡ хеҙмәтенең емештәрен татып, ғүмер йомғағын һүтә. Тормош иптәше Зәлиә Мырҙа ҡыҙы менән 45 йылға яҡын татыулыҡта йәшәйҙәр. Ул һөнәре буйынса - уҡытыусы, химия, биология фәндәренән балаларға белем биреп, “БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Мөстәҡимовтар өс бала (ике ҡыҙ, бер ул) тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, барыһына ла юғары белем алырға ярҙам иткәндәр, алты ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе. Ҡыҙҙары Алһыу менән Лилиә хәҙер үҙҙәре икешәр бала әсәһе, ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Улдары Руслан да ике бала атаһы, Юғары милиция мәктәбен тамамлағандан һуң, районыбыҙҙа эске эштәр бүлегендә хеҙмәт сынығыуы алды, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында төпләнгән, Өфө ЭЭМ-ның юридик институтында уҡыта.
Ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, тормоштан йәм-ғәм табып, иҫәнлектә- һаулыҡта, Зәлиә Мырҙа ҡыҙы менән тиңлектә-тигеҙлектә, балалар, ейәндәр солғанышында тормошоғоҙ шулай оҙаҡ йылдар матур дауам итһен, хөрмәтле Марат Шәрифулла улы!

Хеҙмәткә бай, хөрмәткә лайыҡ ғүмер
Хеҙмәткә бай, хөрмәткә лайыҡ ғүмер
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: