-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль , 12:00

Һәр сабый бала саҡтың тәмен татып үҫһен...

Абдрахмановтар ғаиләһе район үҙәгендә иң ситке урамдарҙың береһендә йәшәй. Шулай ҙа таҡырайып бөткән юлдан кәрәкле йортҡа барып етеү әллә ни оҙаҡ булманы. Ике ҡатлы ағас йорт алдында хужа кеше мине көтөп үк тора ине.

Һәр сабый бала саҡтың тәмен  татып үҫһен...
Һәр сабый бала саҡтың тәмен татып үҫһен...

Үҙенсәлекле итеп, бейек осло текмәләр рәүешендә тотолған ихата һәм ҡапҡа, балалар майҙансығы. Ҙур тәҙрәләр уйылған йорт, нурға ҡойонғандай яҡты, иркен бүлмәләр, бейек түшәмдәр. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр күкрәп үҫә. Һәр ерҙән йәм-ҡот бөркөлөп тора, эстә лә, тышта ла – һәр ерҙә тулы тәртип, һәр нәмә үҙ урынында. Бында бик тә бәхетле кешеләр йәшәйҙер, нимәгә тотонһалар - шул уңып, алдарына килеп торалыр, тигән фекер тыуа шунда уҡ. Асылда, ошондай күркәм, бөтөн донъяны ҡороу өсөн хужаларға әҙ тырышырға тура килмәгән.
Яҙмыш
шулай ҡушҡан
- Мин 1963 йылда Өфөлә тыуғанмын. Миңә биш йәш булғанда, атай-әсәйем тыуған төйәккә - Бурлы ауылына әйләнеп ҡайта, - тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Беҙ ғаиләлә биш бала: мин – иң өлкәне, тағы Илдус, Илшат, Илфаҡ энеләрем һәм берҙән-бер һеңлебеҙ Резеда бар. Мәктәптә уҡығанда уҡ мине физика, астрономия, география фәндәре ҡыҙыҡһындыра ине. 10-сыны бөткәс, Ҡазан дәүләт университетының физика факультетына, астрономогеодезия бүлегенә уҡырға индем. Дүртенсе курста уҡығанда буласаҡ ҡатыным Рәйләгә тәҡдим яһаным, ул Стәрлетамаҡ пединститутында уҡый ине.
Барыбыҙ ҙа белә: никахтар күктә ҡорола. Дөрөҫ, ул төрлө кешенеке төрлөсә килеп сыға. Кемдер тормош күргәсерәк ғаилә ҡора, ә кемдәрҙеңдер бала саҡтағы дуҫлығы мөхәббәткә әйләнә. Яңғыҙҡайын ауылы һылыуын Илгиз алтынсы клас-тан белә. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ улар йыш ҡына төрлө спорт ярыштарында һәм район олимпиадаларында тап булыша торған була. Өйләнешкәс иһә, үҙҙәре әйтеүенсә, йәшәй-йәшәй ауырлыҡтарҙы бергә еңергә, ярты һүҙҙән аңлашырға, бер-береһенә терәк булырға өйрәнәләр. Тормошта бар нәмәгә ана шулай бер төптән йәшәй белеүҙәре менән өлгәшәләр.
Йәш белгестәрҙе йүнәлтмә менән Ағиҙел ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Илгиз Башҡортостан атом электр станцияһында, ҡатыны мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай.
- Ләкин 1990 йылдың сентябрендә Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө туҡтатылды, - тип һүҙен дауам итә Илгиз Ғабдулла улы. – Бер килке төҙөлөш техникумында уҡытып алдым. Коммерция менән шөғөлләнгән саҡ та булды. 2008 йылдан вахта ысулы менән Яңы Уренгой ҡалаһында эшләйем. 2010 йылда беҙ тыуған районыбыҙҙа ер алдыҡ. Район үҙәгенең ситендә генә еребеҙ, ә төҙөлөшкә алты йылдан һуң ғына ныҡлап тотондоҡ. Бер нисә йыл Ағиҙелдән Красноусолға ҡайта-китә йөрөнөк, төҙөлөш материалдары һатып алабыҙ ҙа, төҙөлөшкә һалабыҙ. 2020 йылда Ғафуриға бөтөнләйгә күсенеп ҡайттыҡ.
Уйнаһындар, һөйөнһөндәр
Улар ике бала үҫтергән: Наил менән Ҡәҙриә. Улдары - Стәрлетамаҡта, ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй, икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡорған.
- Өс ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ бар. Йыш ҡына ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөйҙәр, беҙҙә тороп та ҡалалар. Шулай бер мәл башҡа уй төштө: яҡын-тирәлә бер ниндәй уйын майҙансығы юҡ, ә бит балалар гел йүгереп кенә йөрөй алмай, бәүелсәктә атынырға, турникта күтәрелергә, теннис уйнарға, баҫҡыс буйлап үрмәләргә, һыу инергә, туп һуғырға ла яраталар.
Ғаилә башлығының балалар майҙансығы булдырыу идеяһы ана шулай тыуа. Йорт алдында ҙур булмаған урынды тәпәш кәртә менән уратып ала, унда бәүелсәге, канат, ҡулға таянып йөрөү урыны, баҫҡыстар, гимнас-тика ҡулсалары, боксёр грушалары, баскетбол кәрзине булған күп функциялы спорт-уйын комплексы һатып алып урынлаштыра. Шунда уҡ футбол ҡапҡаһы ҡуйып, уны буяп, селтәр беркетә.
- Кем әйтмешләй, хәҙер рәхәт. Балалар һәр ваҡыт күҙ алдында, майҙансыҡ бит тәҙрә төбөндә генә. Тик миңә был ғына әҙ тойола башланы. Күрәһең, ейәндәрҙе тағы ла нығыраҡ шатландырғы килгәндер инде, - тип йылмая Илгиз. – Тағы ял бүлмәһе төҙөп, йыһазландырырға булып киттем, балалар уны уйын бүлмәһе тип йөрөтә. Ана шулай беҙҙең айырым бинабыҙ барлыҡҡа килде: унда йомшаҡ диванда, йә эскәмйәлә ултырып музыка тыңлап ял итергә, йә шахмат, дартс уйнарға мөмкин. Өлкәнерәктәр өсөн өҫтәл теннисы менән бильярд та бар. Ихатала ҙур булмаған бассейн урынлаштырҙым. Эргәһендә генә ян-яғы яҡтыртыла торған, шарламалы яһалма шишмә эшләп ҡуйҙым.
Хыялдағының барыһын да төҙөнөк
Уйын майҙансығында Илгиз менән Рәйләнең ейән-ейәнсәрҙәре генә уйнамай, бында яҡын-тирәлә йәшәүсе барлыҡ ҡыҙҙар-малайҙар футбол уйнарға, туп һуғырға килә. Үҙе әйтеүенсә, хужа быға шат ҡына, балаларҙың шат тауыштарынан, рәхәтләнеп көлөүенән дә матур нимә бар?
- Балалар тиҙ үҫә бит ул. Әле ҡасан ғына үҙебеҙҙекеләр ошо йәштә ине, хәҙер үҙҙәре ғаиләле, - ти ул. – Балалар уйнай-уйнай үҫергә тейеш, ваҡыт шәп үтә, һәр бала бала саҡтың тәмен тулыһынса татып, рәхәтен күреп ҡалырға тейеш.
Изге эш барыһын да бергә туплаған: төҙөлөштә ҡатыны, балалары, туғандары ярҙам иткән. Оҫталар яллаған саҡтары ла булған.
- Хыялыбыҙҙа нисек күргәнбеҙ – асылда, барыһын да төҙөнөк. Хужалыҡты алып барыу, баҡса - тулыһынса ҡатыным ҡарамағында. Өйҙә һәр саҡ таҙа, йыйыштырыулы, баҡса гөл кеүек, өҫтәл тулы тәмле ризыҡ. Ҡатыным аш-һыуға шул тиклем оҫта, бешеренергә, тоҙларға-консерваларға бик ярата! Стеналағы картиналарҙы ла Рәйлә үҙе сикте, - ти Илгиз, йәмәғәте менән ғорурланып.
Рәйлә лә ире хаҡында тик яҡшы итеп һөйләй. Донъяла уның кеүек кешеләр бик һирәк, икенсе яртыһы өсөн ныҡлы терәк тә, пар ҡанат та, тип иҫәпләй ҡатын.
- Илгиземә барыһы өсөн дә ныҡ рәхмәтлемен. Аллаға шөкөр, беҙҙең ғаиләлә бер ваҡытта ла иреш-талашҡа, битәрләшеүгә, ышанмауға урын булманы. Тап Илгиз менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәт уҡыйым. Ә уның үҙенә киң күңеллелеге, мәрхәмәтлелеге, изге йөрәкле булғаны өсөн рәхмәт, - ти Рәйлә.
Әйткәндәй, ғаилә башлығы идеялар сығарыусы, ойоштороусы, төҙөүсе генә түгел, ул – спортсы һәм музыкант та. Илгиздең һәр иртәһе йүгереп килеүҙән башлана, ҡышын рәхәтләнеп саңғыла, конькиҙа шыуа. Бала-саға менән йыш ҡына футбол, баскетбол уйнайҙар, хоккейҙы ла ярата. Өҫтәүенә, бик матур итеп гармунда уйнай.
- Минеңсә, кеше үҙ ғүмерендә бик күпкә өлгәшә ала. Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышанырға һәм маҡсатыңа аҙаҡҡаса барырға ғына кәрәк. Ә инде ғаиләң дә һине аңлап, булышып тора икән, былар икеләтә еңелерәк һәм рәхәтерәк, - тип һығымта яһап ҡуйҙы Илгиз Ғабдулла улы әңгәмәбеҙ аҙағында.
Көн һайын тиҫтәләрсә кеше менән тап булышабыҙ, ләкин уларҙың бик һирәктәре генә оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала. Абдрахмановтар менән аралашҡандан һуң, үҙем өсөн бик күп яңы нәмә астым. Тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп тә йәшәргә була икән бит, ана шуға ынтылырға кәрәк икән. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда!
Рөстәм ХӘЛИМОВ.

Һәр сабый бала саҡтың тәмен  татып үҫһен...
Һәр сабый бала саҡтың тәмен  татып үҫһен...
Һәр сабый бала саҡтың тәмен  татып үҫһен...
Һәр сабый бала саҡтың тәмен татып үҫһен...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: