+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль , 13:15

Йортоғоҙҙан бәхет бөркөлһөн!

Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Рәйфә Зәкәриә ҡыҙы менән Рәйес Сәмиғулла улы Ғафаровтар үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй. 1974 йылдың 4 февралендә ғаилә ҡорған Ғафаровтарҙың ғүмер ағышы, бер ҡараһаң, күҙ асып йомған бер ара кеүек кенә – бар донъяны аҡлыҡҡа сорнаған ҡарлы-буранлы зәһәр ҡыштары, тәбиғәткә йәшәү һулышы бөрккән ҡояшлы яҙҙары, хуш еҫле йәшеллеге менән әсир иткән сәскәле, емешле йәйҙәре, туҡлыҡ-муллыҡ килтергән алтын көҙҙәре елдәй етеҙлектә үткән дә киткән. Үткәндәр, хәтирәләр йомғағы йәшен тиҙлегендәй уҙған йылдарын барлай...

Йортоғоҙҙан бәхет бөркөлһөн!
Йортоғоҙҙан бәхет бөркөлһөн!

Рәйес ағай Әминә әбей менән һуғышта булып ҡайтҡан Сәмиғулла бабай ғаиләһендәге алты баланың өсөнсөһө булып 1948 йылда донъяға килә. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар була. Юҡлыҡ ваҡытында ишле ғаиләне ҡарау, уҡытыу еңел булмай, шуға ла Рәйес 8-се класты тамамлау менән Стәрлетамаҡҡа юлланып, һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә була. Артабан ең һыҙғанып тыуған ауылында эш башлай. Төрлө эштәр башҡарырға тура килә уға: иретеп йәбештереүсе, кочегар, тракторсы, малсы... Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уға яуаплы ҡарап, еренә еткереп, намыҫ менән эшләй ул. Тап шуға ла инде Ленин исемендәге колхоз етәкселеге ныҡлы ышаныс менән 2000 йылда уны Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы мөдире итеп тәғәйенләй. 2013 йылға тиклем эшләне ул был вазифала. Был йылдарҙа ул етәкселек иткән ферма коллективы йылдың-йылы юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, районда алдынғылар рәтендә булды. Һауым, артым алыу, малдар һаны йәһәтенән квартал, йыллыҡ һөҙөмтәләр буйынса Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһы даими рәүештә еңеүселәр рәтендә булды. Алдынғы һауынсылар, мал ҡараусыларҙың фотолары, улар хаҡында мәҡәләләр әленән-әле гәзит битендә баҫылып сыҡты. Йыл әйләнәһенә, айырыуса мал ҡышлатыу осоронда фермала ҡуна ятып тигәндәй эшләгән Рәйес Сәмиғулла улының фиҙаҡәр эше төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Шулар араһында Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Ауыл хужалығы министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары Рәйес ағай өсөн иң ҡәҙерлеһелер. Ә инде 2010 йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү тармағында йылдың-йылы һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Рәйес Сәмиғулла улы Ғафаровты “Табын” гәзите “Йыл кешеһе” итеп билдәләне.
Силәгенә күрә - ҡапҡасы, тигәндәй, Рәйфә еңгәй ҙә бик уңған, ипле кеше. Ғәлиә әбей менән Зәкәриә бабай ғаиләһендә төпсөк ҡыҙ ул. Үҙенән өлкән Наил ағаһы, Рәйлә, Наилә, Рәшиҙә апайҙары кеүек, һәр эшкә өлгөр, маһир булып үҫә. Шуға ла һис икеләнеүһеҙ фермала һауынсы булып эш башлай. Баҫыуҙа сөгөлдөр утарға ла, ураҡ мәлендә ырҙын табағында ашлыҡ елгәрергә лә өлгөрә. Рәйес ағай көн оҙоно фермала булғанлыҡтан, йорттағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәрҙе лә йырып сыға.Йортонда һәр саҡ таҙалыҡ, тәртип булһа, баҡсаһында йәшелсәләре ишелеп уңа, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Ә инде 1981 йылдан Яңғыҙҡайын участка дауаханаһында санитарка булып эш башлап, 24 йыл хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға туҡтай.
Хеҙмәт юлын намыҫлы үтеп, бөгөн 8-се тиҫтәне ваҡлаған Рәйес ағай менән быйыл 70 йәшен билдәләйәсәк Рәйфә еңгәбеҙ матур, татыу ғүмер итеп, береһенән-береһе матур, тәртипле өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло улдары Илдус – шәхси эшҡыуар, күпләп һыйыр малы аҫрай, тормош иптәше Светлана менән ике бала үҫтерәләр. Марсель – 8-се, Алина ҡыҙҙары 1-се класта уҡып йөрөйҙәр. Икенсе улдары Илшат Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, базала келәт мөдире булып эшләй. Кәләше Татьяна менән Полина исемле ҡыҙ үҫтерә. Резеда ҡыҙҙары тормош иптәше Рифат менән матур итеп донъя ҡороп, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп ауылда йәшәйҙәр. Уларҙың улдары Данил Стәрлетамаҡта колледжда белем алһа, ҡыҙҙары Милана 6-сы класс уҡыусыһы.
Нисек кенә теләһәң дә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына күмелеп йәшәп булмай, ҡайғы-хәсрәттәре лә булғылып тора. Ғафаровтар ғаиләһен дә урап үтмәне юғалтыуҙар. Рәйес ағайҙың, бер-бер артлы тигәндәй, Әнүәр ағаһы, Зыя менән Фәнир энеһе, Рәйфә еңгәйҙең Наил ағаһы менән Рәйлә апаһы баҡыйлыҡҡа күсте. Ауыр саҡта бер-береһенә терәк, йыуаныс булды улар.
Бөгөн Рәйес ағай менән Рәйфә еңгәй Бәҙретдин ҡарт олатайҙары нигеҙендә төҙөгән күркәм, иркен йорттарында бар шатлыҡтары, йыуаныстары булған балалары, ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып, күңел йылыһын барыһына берҙәй таратып, уларҙың уңыштарына шатланып, изгелектәренә күмелеп, бәхетле ғүмер кисерәләр. Һаулыҡтары ҡаҡшағанлыҡтан эре малдарын, умарталарын бөтөрһәләр ҙә, ихата тултырып ҡош-ҡорт үҫтерәләр, йәйен йорт тирәһе гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Баҡсаларында йәшелсәләре ишелеп уңа. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр, йәштәр өсөн матур өлгө лә Ғафаровтар.
Ғүмер байрамдары уңайынан Рәйфә Зәкәриә ҡыҙы менән Рәйес Сәмиғулла улын ихлас күңелдән ҡотлап, ғүмер көҙҙәрен үҙегеҙ ҡорған нигеҙҙә дауамлы уҙырға булһын, балаларығыҙ, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, тиңлек-тигеҙлектә, ныҡлы һаулыҡ-именлектә йәшәп, тағы ла бик күп юбилейҙарҙы ҡаршыларға яҙһын, тип теләргә генә ҡала.
Рәмилә КӘРИМОВА.
Яңғыҙҡайын ауылы.

Йортоғоҙҙан бәхет бөркөлһөн!
Йортоғоҙҙан бәхет бөркөлһөн!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: