Руслан Рәжәп улы Яугилде ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағас, Бурлы мәктәбендә белем ала. Артабан Татарстандағы Бөгөлмә ҡалаһына индустриаль педагогия техникумына техник-механик һөнәренә уҡырға инә. Беренсе курсты тамамлағас, армия сафына алына. Күрше өлкәнән алынғас, оҙатырға атаһы ғына килә.
Төркмәнстандың Көрки ҡалаһында дүрт ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң уны 1987 йылдың майында Ҡыҙыл Байраҡлы Урта Азия сик буйы хәрби округында унар кешенән төҙөлгән мото-манёвр төркөмөндә Афғанстанға ебәрәләр. Уларҙы вертолёт менән Шиберган ҡалаһына алып барып төшөрәләр.
- Тирә-яҡта тигеҙлек, сүллек. Тимер сыбыҡ менән уратып алынған ҡоролмалар. Ер аҫтында блиндаждарҙа (землянка) йәшәйһең. Ҡомлоҡ булғас, ерҙе ҡаҙып блиндаж эшләүе лә ҡыйын, уйылып тик тора. Һәр взводтың үҙ блиндажы. Эҫелек хәлде ала, етмәһә унда һыуҙы ҡайнатмайынса эсергә ҡушмайҙар, ярамай ҙа инде. Беҙ “ЗИЛ-131” машинаһы менән ҡорал, хәрби припастар тейәп ташыйбыҙ. Башта ҡыйын булһа ла, өйрәндерелә, аҙаҡтан эш һымаҡ йөрөйһөң. Айына бер тапҡыр хат килә. Беҙҙең взводта Татарстан, Белоруссия, Украина егеттәре ине, - тип ул саҡтарҙы хәтерләй яугир-интернационалист. – Ике ҙур операцияға барырға тура килде. Бер тапҡыр дошмандарҙың утлы һөжүменә осраныҡ. Тау башынан гранатомёт, автомат менән аталар. Дошмандар позицияны һайлай белә: ике тау араһынан үткән юлды күҙәтәләр һәм шунда беҙҙе көтәләр. БТР, БМП-лар менән тауҙарҙа ҡыйыныраҡ. Аҙыҡ-түлек, хәрби припастар тейәлгән машиналарҙы һаҡлаған БТР-ҙағы егеттәргә бигерәк тә ауыр, сөнки уларға тоҫҡап аталар. Был алышта ла улар араһынан яраланыусылар күп булды, - тип һүҙен дауам итә ул.
Беҙҙең һалдаттарҙы Афғанстандан сығарғанда Руслан Ғәлиәхмәтов та үҙенең “Зил”-ына иптәштәрен тейәп, Тыуған илгә ҡайтыусылар араһында була. Яугир-интернационалистарҙы барыһы ла шатланып ҡаршы ала.
Тыуған яғына ҡайтҡас, уҡыуын Татарстанда дауам итеп, ҡулына диплом ала. Дүрт йыл Красноусолдағы СПТУ-ла уҡыта. Ситтә тыуған ерҙең ҡәҙерен аңлаған егеттең күңеле барыбер ауылына тартыла. Артабан ауылға ҡайтып, тракторсы-шофёр булып та, автозаправкалау станцияһында ла эшләп ала. Әлеге көндә тормош иптәше Шәидә Тәлғәт ҡыҙы менән матур донъя көтәләр. Ауылда уҙғарылған сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. 10 февралдә Ҡырмыҫҡалы районындағы Үтәгән ауылында уҙғарылған “Ҡышҡы һабантуй”ға барып, Ғафури ра-йоны данын яҡлағандар. Инәһе Хөмәйрә Әхмәдиә ҡыҙы ауылда һеңлекәше Әлиә менән йәшәй, ғәзиз кешеһенә яҡын йәшәү ҙә яугир-интернационалисҡа йыуаныс бирә.
Биргән антына тоғро ҡалып, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән Руслан Рәжәп улының түшен күп наградалар, миҙалдар биҙәй. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан яугир-интернационалисҡа” һәм юбилей миҙалдары.
Сик һаҡсыһы ул саҡтарҙы күҙ алдынан үткәреп, үҙенең ҡараштарын алыҫҡа төбәй. Әлбиттә, шунда ғүмере өҙөлгән иптәштәрен йәлләү тойғоһо, һағыш, әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр ҙә ҡайнайҙыр уның күңелендә. Афғансылар яу юлдарын артыҡ һөйләргә яратмай. Руслан Рәжәп улы ла: “Беҙ ул саҡта бары тик Ватан ҡушҡанды үтәнек, ә әлеге ваҡытта иң мөһиме һаулыҡ булһын”, - ти.