...Был хәл үткән йылдың ноябрь башында була. Гәзит уҡыусылар бәлки хәтерләйҙер ҙә әле. Ауырғазы районынан ике балыҡсы Ағиҙелдә балыҡ тотмаҡсы булып, киске 5-тәр тирәһендә Татар Саскүле ауылы тирәһендә резина кәмәлә йылғаға төшәләр. Был ваҡытта көҙгө ҡойма ямғырҙарҙан йылғала һыу кимәле бер метр самаһы күтәрелеп, ағым бермә-бер көсәйгән була. Тик балыҡсылар быға әһәмиәт бирмәй, сөнки бында беренсегә килеүҙәре түгел, йылғаның ошо тирәләге һәр бөгөлөн, хатта һәр ағасын яҡшы беләләр. Әммә көслө ағымға ҡаршы тора алмай, түбәнгә ағып китәләр. Оҙаҡламай ҡараңғы төшә, һалҡынайта. Өҫтәүенә тирә-яҡты ҡуйы томан ҡаплай. Ахыр сиктә, балыҡсылар ярҙам һорап “112” линияһы буйынса шылтыратырға мәжбүр була. 19.29 сәғәттә ЕДДС диспетчеры Табын ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ф.Ғүмәровҡа шылтыратып, резина кәмәлә ағып киткән балыҡсыларҙың ярҙам һорауы хаҡында хәбәр итә. Фидан Фәнүр улы шундуҡ биләмәнең ирекле янғын һағы командаһы ағзаһы Раил Йәрмиевҡа “УАЗ” базаһында йыһазландырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу машинаһын йылытырға ҡуша. Байтаҡ йылдар Табын лесничествоһында эшләп, әйләнә-тирәне биш бармағындай яҡшы белгән Раил Рөфҡәт улы менән ағымдың тиҙлеген самалап, был ваҡытта балыҡсыларҙың ҡайһы тирәгә етеүҙәрен күҙаллайҙар ҙа, ярҙамға ашығалар.
Томан ҡуйырғандан-ҡуйыра, машина фараһының яҡтылығы бер метр аранан уҙмай. Яҡтылыҡ, клаксон тауышы менән дә сигнал биреп ҡарайҙар. Бер ваҡыт тауыштар ишетелгәндәй то-йола, тик ҡайһы яҡтан икәне аңлашылмай. Ағым буйлап йәнә түбәнерәк төшөргә булалар. Тик Раил Рөфҡәт улы самалаған урынға машина менән барып етерлек булмай һәм ул 250 метр самаһы араны шырлыҡ ярып йәйәүләп үтә. Ярға яҡынлашыуға балыҡсыларҙың тауышы ҡолағына салына, ҡысҡырып тауыш биреп бара торғас, яр ситендәге кәмәне күреп ҡала. Арыраҡ лысма һыу булып, өшөп-ҡалтыранып ултырған балыҡсыларҙы күрә. Йәһәт кенә ҡоро кейемдәрен сисеп уларға бирә лә, кәмәне йөкмәп, балыҡсыларҙы эйәртеп дөм ҡараңғылыҡ эсендә шырлыҡ ярып йәнә машина янына юллана.
Дүрт сәғәт буйы кәмәлә ағып, ниндәйҙер мөғжизә менән генә ярға килеп төртөлгән балыҡсылар үҙҙәрен Татар Саскүле менән Аҡҡүл араһында, Ағиҙелдең уң яҡ ярындабыҙ тип уйлаһалар, ысынында иһә 6 км самаһы түбән ағып, Табын ауы-лы янында һул яҡ ярҙа булып сығалар.
- Үҙҙәренең ҡайһы тирәлә икәнен дә белмәгән егеттәр бик ныҡ ҡурҡҡандар, хәлһеҙләнгәндәр ине. Әгәр Раил Рөфҡәт улы урынында башҡа кеше булһа, бәлки, балыҡсыларҙы эҙләү бер нисә көнгә һуҙылыуы ла ихтимал ине. Раил Йәрмиев ябай, изге күңелле, ярҙамсыл, һәр эшкә маһир кеше. 15 йәшенән элекке Табын консерва заводында эш башлай. Красноусолдағы һөнәрселек училищеһын тамамлағас заводта тракторсы-машинист булып эшләүен дауам итә. Һуңынан Табын лесничествоһына күсә. 2016 йылдан инде Табын ауыл биләмәһендә ирекле янғын һүндереү командаһында, янғын һүндереү машинаһы водителе. Үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай, нимәгә тотонһа ла еренә еткереп эшләп ҡуя, - ти Фидан Фәнүр улы бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарыусы Раил Йәрмиев тураһында.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.