+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль , 10:00

Һуңғы һулышынаса биргән антына тоғро ҡала...

9 февралдә район халҡы Табын ауыл биләмәһенә ҡараған Берёзовка ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Салауат Ғәптелйән улы Сәфәрғәлинды һуңғы юлға оҙатты.

Һуңғы һулышынаса  биргән антына тоғро ҡала...
Һуңғы һулышынаса биргән антына тоғро ҡала...

Яугир менән бәхилләшеү сараһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова, Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Ғүмәров һәм башҡалар ҡатнашты. Сығыштарҙа барыһы ла яугирҙың туғандарының, яҡындарының, апаһы Венера Ғәптелйән ҡыҙының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, ул һуңғы һулышынаса үҙ бурысына тоғро ҡалып, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, Бөйөк Рәсәй халҡының лайыҡлы, батыр улы булып мәңгегә һаҡланыр, тигән һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте.
Апаһы Венера Ғәптелйән ҡыҙы ерләү сараһын лайыҡлы кимәлдә уҙғарырға ярҙам иткән район, Табын ауыл биләмәһе хакимиәттәренә рәхмәт әйтеп: “Уның яҙмышы еңелдән булманы. Беҙ туғаным менән утыҙ йыл күрешмәнек. Мин өлкән апаһы булараҡ, ошо бурысты атҡарып сығыуҙы үҙ өҫтөмә алдым. Тыныс йоҡлаһын”, - тине.
Матәм митингыһы һуңында райондың хәрби-иҫәп пункты етәксеһе, запастағы майор Игорь Ступников яугирҙың апаһына мәңге һаҡланыуға Рәсәй Федерацияһы флагын тапшырҙы.
Батыр яугир апаһы йәшәгән ауыл – Берёзовка зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды. Ауыр тупрағың еңел, йәнең ожмах түрендә булһын! Тыныс йоҡла, Салауат!

Һуңғы һулышынаса  биргән антына тоғро ҡала...
Һуңғы һулышынаса биргән антына тоғро ҡала...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: