+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль , 12:20

Йәштәргә мөмкинлектәр киңәйә

7 февралдә Красноусолдың Калмыков урамында “Форсат” йәштәр үҙәге үҙ ишектәрен асты. Бында йәш быуынға ижади һәм тулы тормош алып барыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Дәртле, янып торған йәштәргә үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереү, алға маҡсаттар ҡуйып йәшәү өсөн шундай үҙәк булыуы ҡыуаныслы.

Йәштәргә мөмкинлектәр киңәйә
Йәштәргә мөмкинлектәр киңәйә

Уны тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров, Республика Башлығы Гранттары фонды вәкиле Лилиана Рафиҡова һәм башҡалар ҡатнашты.
Бына, хөрмәтле ҡунаҡтар ал таҫманы киҫкәс, барыһы ла эскә үтә. Иң тәүҙә үҙәктең директоры Рәшиҙә Килмөхәмәтова үҙенә тартып торған бүлмәләр менән таныштырып сыҡты. Бында бик уңайлы, яҡты.
Был үҙәк “Мөмкинлектәр территорияһы, “Йәштәр киңлеге” проекты сиктәрендә район хакимиәте һәм республика Башлығы фонды гранты ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Район хакимиәте “Форсат” йәштәр үҙәгенә муниципаль бинаның (элекке поликлиника бинаһы) алты бүлмәһен биреп, ремонт үткәреү өсөн аҡса бүлгән һәм урындағы бюджет иҫәбенән ремонт үткәрелгән. “Үҙебеҙҙең хыялыбыҙҙы үҙебеҙ төҙөйбөҙ” девизы аҫтында проект командаһы ирекмәндәр менән берлектә ошо бүлмәләрҙе төҙөкләндергәндәр. Бында йәштәргә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреү, эш, уҡыу, ял һәм ижад өсөн үҙенсәлекле урын булдырылған. Проект сиктәрендә 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәргә алты зона барлыҡҡа килгән. Күп функциялы ял итеү зонаһына йәштәр кино ҡарау, презентациялар үткәрергә йыйыла аласаҡ. Бәләкәй өҫтәлдәр артында төрлө уйындар уйнаясаҡтар. Сәхнә, экран, тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары ла ҡуйылған. Коворкинг зонала һәр кем үҙенә бирелгән ноутбук менән ваҡытлыса йәки даими шөғөлләнә ала. Унда йәштәргә эшлекле һәм дуҫтарса аралашыу һәм эште ойоштороуға мөмкинлек бирелә. Һөнәри йүнәлеш сараларында, семинарҙарҙа Wi-Fi, проектор, экран, компьютер ҡорамалдары менән онлайн шөғөлләнеүгә киңлек булдырылған. Матурлыҡ салонында бөҙрәхана, визаж, биҙәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, фотоға төшөргә әҙерлек үткәрергә мөмкин буласаҡ. Саралар араһында бында сәй, кофе эсеп алыу өсөн дә бүлмә ҡаралған. Йәштәр белгестәренең эш бүлмәһе лә уңайлы. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы Юлмөхәмәтованың бүлмәһе лә ошо үҙәктә урынлашҡан.
Бүлмәләр менән танышып сыҡҡас, “Форсат” үҙәген асыу сараһына йыйылыусылар күп функциялы ял итеү бүлмәһенә йыйылды. Рәшиҙә Фәиз ҡыҙы ыҡсым сәхнәлә барыһын да тәбрикләп, үҙәктең йүнәлеше менән таныштырҙы һәм ошо үҙәкте булдырыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
- Йәштәргә бында мөмкинлектәр киңәйә. Улар хыялдарын тормошҡа ашыра, лидерлыҡ һәләттәрен аса, команда менән эшләргә өйрәнә аласаҡ. Осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрергә, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнергә бында бик уңайлы буласаҡ. Үҙәктә семинарҙар, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ проект эштәре ойоштороласаҡ. Йәш саҡта сағыу һәм бай тормош менән ҡайнап йәшәргә теләһәгеҙ, “Форсат”ҡа килегеҙ, - тип тә өҫтәне Рәшиҙә Килмөхәмәтова.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы үҙәкте булдырыуҙа ярҙамдары өсөн ремонтсыларға, проект командаһына рәхмәт әйтеп, былар барыһы ла йәштәр, киләсәк быуын өсөн эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Респуб-ликаһының йәштәр сәйәсәте бу-йынса Дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Фладисович, Республика Башлығы Гранттары фонды вәкиле Лилиана Рафиҡова ла был үҙәккә һоҡланыуҙарын белдереп, уңыштар теләне.
Сараға Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Ауыр бала саҡ” командаһы КВН-сыларының (етәкселәре Альбина Ишкина) сығышы, Диана Рәхимова менән Әлиә Хисамованың “Халҡыма” дуэты, Владислав Ларионовтың йыры йәм өҫтәп, кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Был үҙәктә һәр саҡ йәштәр тауышы гөрләп торһон, яңы идеялар, проекттар, семинарҙар, тренингтар менән ҡайнап йәшәргә яҙһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: