Беҙҙең гимназияның төп проблемаларының береһе - баланы китап уҡыуға йәлеп итеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең заманда балаларҙың китапҡа мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Күп һанлы мәғлүмәттәр буйынса, мәктәпкәсә йәштә үк балалар телевизор һәм видео ҡарауҙы, компьютер уйындарын өҫтөн күрә, һөҙөмтәлә уҡыусылар уҡырға яратмай, теләмәй. Китап уҡымаған кеше үҫешмәй, аҡыл кимәле, хәтере, иғтибары, фантазияһы камиллашмай, башҡаларҙың тәжрибәһен үҙләштермәй һәм ҡулланмай, уйларға, анализларға, сағыштырырға, һығымталар яһарға өйрәнмәй.
Проектты тормошҡа ашырыр өсөн китапханабыҙҙың интерьерын үҙгәртергә кәрәк. Беҙгә интерактив таҡта, пуф-кресло, кулер, кәштәләр, яңы парталар һәм башҡа күп нәмәләр һатып алырға кәрәк буласаҡ. “Мәктәп инициативаһын бюджетлау” конкурсында ошо проект менән еңгән осраҡта, балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килер, тип өмөтләнәбеҙ.
Элина ЙОСОПОВА,
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол
башҡорт гимназия-интернатының 10 “А” класс уҡыусыһы.