+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль , 16:35

Әгәр проект еңеп сыҡһа...

6 февралдә Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә 5-11-се кластарҙа уҡыусылар араһында мәктәпте төҙөкләндереү проектын һайлау өсөн тауыш биреү үтте.

Әгәр проект еңеп сыҡһа...
Әгәр проект еңеп сыҡһа...

Тауыш биреүҙә “Спорт – ул тормош” (мәктәп алдында спорт майҙансығын һәм ялды-буш ваҡытты уҙғарыу урыны булдырыу), “ПДД майҙансығы” (фойела башланғыс кластар өсөн уҡытыу-практик майҙансыҡ ойоштороу), “Гүзәллеккә ете баҫҡыс” (заманса мебеле, аппаратура һәм музыка ҡоралдары менән музыка класын йыһазлау), “Мәктәп телевидениеһы” (мәктәп телестудияһын булдырыу), “3-сө ҡатта ял зонаһы” (уҡыусылар өсөн ял итеү зонаһын булдырыу) тигән проекттар ҡатнашты.
Тәүҙә уҡыусылар проекттар хаҡында һөйләгәнде тыңланы, видеороликтар ҡараны. Тәҡдим ителгән проекттарҙың береһе иң күп тауыш йыйып еңә ҡалһа, шунан, артабанғы этапта БР Мәктәп инициативаларын бюджетлау конкурсында ла еңеп сыҡһа, уның буйынса мәктәптә ниндәй үҙгәрештәр буласағын күҙалланылар. Был форсат – 14 йәштән өлкән уҡыусыларға үҙ ниәттәрен уйлап сығарып, уның менән таныштырып, еңеп сығыу һәм уны бойомға ашырыуға 500000 һум аҡса алыу мөмкинлеге – тәүге тапҡыр ғына бирелмәй. Балалар йылдан-йыл ҡыҙыҡлыраҡ, файҙалыраҡ проект-
тар уйлап сығара. Иң яҡшы проект өсөн көрәш етди булмаҡсы.
Конкурста ҡатнашыусыларға еңеү теләйбеҙ, сөнки конкурста ҡатнашыу һеҙҙең талантты, ижади мөмкинлегегеҙҙе күрһәтеп кенә ҡалмай, ә мәктәбебеҙҙе белем алыу һәм үҫеш өсөн иң яҡшы урын итеп күрергә ынтылыуығыҙҙы ла аңлата.
Элина ГУСЕЛЬНИКОВА,
Красноусолдағы 1-се мәктәптең
8-се класс уҡыусыһы.

Әгәр проект еңеп сыҡһа...
Әгәр проект еңеп сыҡһа...
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: