Республикабыҙҙың Кумертау, Өфө, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм Ғафури, Ауырғазы, Әбйәлил, Баҡалы, Баймаҡ, Дәүләкән, Стәрлебаш, Салауат, Бишбүләк, Ишембай Көйөргәҙе, Миәкә, Шишмә, Мәләүез райондарынан 190 көрәшсене йыйған был оло сарала республикабыҙҙың, районыбыҙҙың хөрмәтле, абруйлы кешеләре, ҡунаҡтары, тренерҙар, спорттың ошо төрөн үҙ иткән батырҙар ҡатнаша.
Көрәшселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғафури районы Хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡуповтың һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы, «БР көрәш һәм билбау көрәше спорт федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Вәкил Ильясов сәләмләне.
Иң көслө, таһыллы батырҙарҙы асыҡлаясаҡ бәйге бик сәмле, көсөргәнешле барҙы.
Ярышта Ҡадир Ишбулдиндың, Илдар Усмановтың йырҙары, балаларҙың "Тимербайҙың улдары"ы бейеүе көрәшселәргә рух, көс-ҡеүәт, күтәренке кәйеф өҫтәне.