+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль , 18:05

17 февралдән Һайлау Комиссиялары ағзалары халыҡ араһында йорт-фатирҙар буйлап йөрөй башланы

17 февралдә Рәсәйҙә «Информ УИК»проекты эшләй башланы. Һайлау комиссиялары ағзалары фатирҙар буйлап йөрөй  һәм граждандарға һайлауҙар тураһында мәғлүмәт бирә, уларҙан һайлауҙа ҡатнашыу ниәте тураһында һораясаҡ. Асыҡланыуынса, Һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусылар тураһында мәғлүмәт йыйып, был мәғлүмәттәрҙе мобиль ҡушымтаға индерәсәк.

17 февралдән Һайлау Комиссиялары ағзалары халыҡ араһында йорт-фатирҙар буйлап йөрөй башланы
17 февралдән Һайлау Комиссиялары ағзалары халыҡ араһында йорт-фатирҙар буйлап йөрөй башланы

Был проект 7 мартҡа тиклем барасаҡ. Уға Ғафури районында ла дәррәү ҡушылдылар. Һайлау комиссиялары ағзалары үҙ участкаларындағы һайлаусыларға барып, һайлауға саҡырып, кемдең йортта һайларға теләүен һорап, теркәй, мобиль ҡушымталағы һорауҙарҙы бирә.

Обходсыларҙы таныу ҡыйын түгел - улар барыһы ла һайлау көндәре яҙылған, логотип төшөрөлгән аҡ төҫтәге жилет кейгән, уларҙың обходсы танытмаһы, һайлауға кандидаттар тураһында памяткаһы була. 

Обходсылар килгәндә эттәрегеҙҙе бәйҙә тоторға, уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршылырға саҡырабыҙ.

17 февралдән Һайлау Комиссиялары ағзалары халыҡ араһында йорт-фатирҙар буйлап йөрөй башланы
17 февралдән Һайлау Комиссиялары ағзалары халыҡ араһында йорт-фатирҙар буйлап йөрөй башланы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: