+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль , 19:00

Хеҙмәтте данлап, тыныслыҡты яҡлап

16 февралдә Игенйылға мәктәбендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытылған мәктәп уҡытыусылары өсөн семинар үтте.

Хеҙмәтте данлап, тыныслыҡты яҡлап
Хеҙмәтте данлап, тыныслыҡты яҡлап

“Хеҙмәт төбө-хөрмәт” темаһына арналған дәрестә уҡыусылар мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр. Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарында хеҙмәт темаһы яҡтыртылған юлдарҙы ҡабатланылар.

 Игенйылға ауылы тырыш, егәрле халҡы менән дан тота. Илебеҙҙең юғары наградалары менән бүләкләнгән кешеләре лә бар.

         Дан орденының тулы кавалеры Хөснулла Хәбибназар улы Йәркәев - ауылдың ғорурлығы.  Ғүмеренең күп өлөшөн тыуған еренән ситтә үткәргән геройға 2022 йылда тантаналы рәүештә бюст асыла.

         15 февраль – яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Уҡыусылар афған һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары тураһында сығыш яһанылар. Улар:бер туған Радик һәм Азат Хәлиуллиндар, Рим Мәҡсүтов, Әсҡәт Йәркәев. Һәр береһенең исеме мәктәп музейында үҙ урынын алған.

Ауыл кешеләре һуғыш яланында ла, тыныс хеҙмәттә лә һынатмай. Уҡыусылар дәрестә комбайнсы булып эшләгән, 1976 йылда “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе менән бүләкләнгән Камил Дәүләтшин тураһында белешмә алдылар. Эйе, тыуған еренә, халҡына, иленә намыҫлы хеҙмәт иткән кеше оло ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ.

          Кластан тыш сара башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа бағышланды. Темаһы “Шағирҙың ижадында ҡоштар” тип аталды. Ысынлап та, Р.Ғариповтың шиғырҙарында һабантурғай, һандуғас, торна, сыйырсыҡ образдары йыш осрай. Уҡыусылар уның шиғырҙарын тасуири һөйләнеләр, сығыштар Р.Ғариповтың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар менән үрелеп барҙы. Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙы үҙе лә уҡыусылары менән бер рәттән Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тасуири итеп һөйләне.

         Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Игенйылғаның батыр улдарын – Радмир Йәнбәков һәм Земфир Вәлишинды иҫкә алдылар. Рәми Ғариповтың “Кәкүк” йырына нигеҙләнеп эшләнелгән видеояҙма егеттәрҙең яҡты иҫтәлегенә арналды.

Ғөмүмән, хеҙмәт, тыныслыҡ темалары был сарала ҡыҙыл еп булып үтте. Туған телдә яңғыраған сығыштар, йырҙар үткәнде белергә, хәҙергене ҡәҙерләргә, киләсәкте хәстәрләргә саҡыра.

Игенйылға мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы М.М.Мозафарова семинарға ентекле әҙерләнгән. Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән йыйылған башҡорт теле уҡытыусылары дәресте һәм кластан тыш сараны юғары баһалап, Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙының алдағы көндәрҙә лә уңышлы эшләүен теләнеләр, телебеҙгә һөйөүҙе, ихтирамды, илебеҙгә ҡарата патриотик тәрбиәне уҡыусыларға дөрөҫ еткереүен хупланылар.

           Әлфиә Шаһиева,

          район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы.

 

 

 

Хеҙмәтте данлап, тыныслыҡты яҡлап
Хеҙмәтте данлап, тыныслыҡты яҡлап
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: