+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль , 16:35

Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы

Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбе 2024 йылда мәктәп инициативаларын бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуҙы субсидиялау конкурсында ҡатнаша.

Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы
Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы

Рәсәйҙә гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү халыҡты, шул иҫәптән үҫеп килгән быуынды ла, граждандар ҡатнашлығының мәҙәни практикаларына, тирә-яҡ ысынбарлыҡты үҙгәртеүгә йәлеп итеүҙе, бының өсөн булған финанс-иҡтисади ресурстарҙы әүҙем һәм яуаплы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Инициативалы бюджетлау темаһы илебеҙҙә бер нисә йыл инде үҫешә. Актив граждандар үҙ дәүләте һәм атап әйткәндә, үҙ муниципалитетының бюджет сәйәсәтенә туранан-тура йоғонто яһай ала. Әгәр халыҡтың өлкән өлөшө ниндәйҙер белемгә һәм оҫталыҡҡа эйә булһа, үҫеп килеүсе йәштәр бындай белемгә эйә түгел. Тап ошондай күнекмәләр алыуға мәктәп инициативалы бюджетлау программаһы йүнәлтелә лә инде.

2021 йылдың 29 декабрендә Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында инициативалы бюджетлауҙы үҫтереү» өҫтөнлөклө төбәк программаһына ярашлы республиканың район һәм ҡала округтары уҡыусыларының башланғыстарына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан субсидиялар биреүгә конкурс уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Беҙҙең Ҡауарҙы мәктәбе уҡыусылары ла был проектта ҡатнашырға теләк белдереп, мәктәп буйынса 5 проект араһынан “Мөмкинлектәр майҙансығы” тип аталған проект күпселек тауыш йыйҙы. Әгәр был проект еңеп сыҡһа, мәктәптең тамашалар залы ремонтланып өр-яңы төҫ аласаҡ, яңы мебель, музыкаль ҡорамалдар һәм башҡалар буласаҡ тип өмөтләнәбеҙ. Файҙалы һәм күңелле ял өсөн үҙебеҙҙең урыныбыҙ булыр тип ышанабыҙ.

Лиана НАФИҠОВА,

Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.

Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы
Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы
Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы
Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы
Хыялыбыҙ – заманса тамаша залы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: