+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель , 11:00

Ауылым тип йәшәй

Бурлы ауылында тыуып-үҫеп, бар ғүмерен тыуған ауылым, тыуған ерем тип йәшәгән Рәшит Нурислам улы Яҡупов хаҡында әйтергә була был һүҙҙәрҙе.

Ауылым тип йәшәй
Ауылым тип йәшәй

Ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуып-үҫеп, Бурлы урта мәктәбен тамамлағас, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп, армия сафтарында йөрөп ҡайта Рәшит Нурислам улы. Ҡайтыу менән ең һыҙғанып тыуған колхозында механизатор булып эш башлай. Мәктәп буфетында эшләп йөрөүсе уңған, тыныс, сибәр Миңлегөлгә өйләнеп, матур итеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы улдары Ришат, ҡыҙҙары Гүзәлиә донъяға килә. Тырыш ғаилә ҙур, яҡшы итеп өй һалып керә.
Йылдар үтә, балаларын үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына оҙата Яҡуповтар. Матур итеп туйҙар яһап, киленле лә, кейәүле лә булалар. Балалары ла әти-әниҙәренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, матур итеп донъя көтәләр. Әлеге ваҡытта 7 ейәнгә ҡартатай, нәнәй улар.
Йәшлектә һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ғүмере буйы механизатор булып эшләй Рәшит. Күп һанлы хөкүмәт бүләктәренә лайыҡ була ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, тынғыһыҙ йән тик тора алмай, йыл һайын ураҡ ваҡытында үҙе эшләп киткән “Урожай” крәҫтиән хужалығына эшкә саҡырып алалар. Ул йәш механизаторҙарға кәңәштәрен бирә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ярҙам итә, кәрәк икән, токарь булырға ла тура килә.
Ауылдаштары уның ныҡышмалылығын, тура һүҙле булыуын белеп, ауылдың старостаһы итеп һайлап ҡуялар. Рәшит Яҡупов ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Ауыл зыяратын тәртиптә тотоуҙа уның өлөшө ҙур. Һәр йылды май байрамдары алдынан мәңгелек йорт биләмәһен таҙартыу өмәләре ойоштора, ауылдаштары ярҙамы менән кәрәкле ҡорамалдар алдыра. Хужаһыҙ йорттарҙың баҡсаларын сүп үләндәренән таҙартыуҙы ойоштороусы ла ул.
Бурлы ауылы ҡатын-ҡыҙҙарына, маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн, ауылдың ир-аттары менән ҡоролма эшләп бирҙеләр. Ауыл ерлегендә килеп тыуған проблемаларҙы ла бергәләшеп, кәңәшләшеп хәл итергә тырыша ул.
Изге Рамаҙан айҙарында сауаплы ғәмәлдәр ҡылып, ауылдаштарын шатландыра Яҡуповтар ғаиләһе. Тормош иптәше Миңлегөл апай менән йыл һайын ҡорбан салдырып, мәсеттә байрам табыны әҙерләйҙәр. Быйыл да ифтар үткәреп, бөтә ауылды ҡунаҡ иттеләр.
Ауылыбыҙҙың йәме лә, төҙөклөгө лә – үҙебеҙҙең ҡулда. Бер кем дә беҙгә килеп донъябыҙҙы матурлап йөрөмәҫ, тигән изге уйҙар менән, ауылым, тип йәшәй Рәшит Нурислам улы Яҡупов.
Вәсимә БОХАРМӘТОВА.
Бурлы ауылы.

Ауылым тип йәшәй
Ауылым тип йәшәй
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: