+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель , 09:45

Һөйөнсө! Аэроклуб асылды

13 апрелдә Ҡурғашлы ауылында аэроклуб асыу тантанаһы үтте.

Һөйөнсө!   Аэроклуб асылды
Һөйөнсө! Аэроклуб асылды

Авиация һәм космонавтика көнө сиктәрендә уҙған сарала Аэроклубты ДОСААФ менән берлектә ойоштороусы - районыбыҙҙың хәҙер бөтөүгә дусар булған Сикйылға ауылында тыуып үҫкән, ғүмерен осоусы һөнәренә бағышлаған, әлеге көндә Салауат ҡалаһында йәшәп, "Салауат Авиа-ДОСААФ" хәрби-патриотик клубы етәксеһе булып эшләгән Салауат Мөхәмәтйәнов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Ғафаров, БР ДОСААФ-ынан вәкил, легендар лётчик Муса Гәрәевтың килене, район ДОСААФы етәксеһе Василий Калачигов, Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов, Красноусолдағы 2-се урта мәктәп уҡыусылары, "Десант" хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре, инструкторҙар, ауыл кешеләре ҡатнашты. Клубты ойоштороусыларға ауыл хакимиәте бинаһынан ике кабинет бүленгән, ул йыһазландырылған һәм төркөмдәр йыйылғас, инструкторҙар уҡыуҙарҙы, күнекмәләрҙе уҙғарыуҙы планлаштыра.
(Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында).

Һөйөнсө!   Аэроклуб асылды
Һөйөнсө!   Аэроклуб асылды
Һөйөнсө!   Аэроклуб асылды
Һөйөнсө!   Аэроклуб асылды
Һөйөнсө! Аэроклуб асылды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: