+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель , 16:35

Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды

Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеп, бер аҙ һурығыуға тып-тын торған баҫыуҙар тракторҙар тауышына күмелде. Районыбыҙҙың ике: “Восход-АП” ЯСЙ-е һәм “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалыҡтары ужым культураларын тырматыу һәм өҫтәлмә туҡландырыу эштәренә тотондо. Ужым культуралары уңышлы ҡышлаған.

Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды

2024 йылғы уңыш өсөн райондың ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан 4147 гектар майҙанда ужым культуралары сәселеп, шуның 3821 гектарын ужым бойҙайы тәшкил итә. 15 апрелгә ҡарата “Восход-АП” ЯСЙ-е менән “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалыҡтары дөйөм 815 гектар майҙандағы ужым бойҙайын өҫтәлмә туҡландырған да инде.

 

Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: