+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель , 09:40

Ул әле лә алғы сафта

Милиция ветерандары үҙҙәренең һөнәри мөхитендә һәр ваҡыт ҙур абруйға эйә булды. Уларҙың бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе шәхси состав өсөн өлгө булып ҡына тормай, ә хоҡуҡ тәртибен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә.

Ул әле лә алғы сафта
Ул әле лә алғы сафта

Законлылыҡ һәм тәртип һағында тороу, Ватанды һаҡлау кеүек үк, һәр ваҡыт маҡтаулы һәм яуаплы булды. Бына шуға ла күп кенә егеттәр әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәшкелт һоро (хаки) төҫөндәге хәрби формаларын сискәс, икенсене – милицияныҡын кейәләр. Имәндәш ауыл советына ҡараған Яңы Тайыш ауылы кешеһе Әхмәт Ноғайғолов менән тап шулай була ла инде. Үҙе әйтеүе буйынса, ул был һөнәр тураһында уйламаған да, ғүмерен законлылыҡ һәм тәртип һаҡсыһы һөнәренә бағышларын күҙ алдына ла килтермәгән була. Әммә ләкин егет хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтып килгәндә Красноусол автостанцияһында эргәһенә милиция кейемендәге икәү килеп, ситкәрәк алып китәләр ҙә, уның ҡайтыуын көтөүҙәрен һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре сафына баҫырға саҡырыуҙарын белгертәләр. Баҡтиһәң, Ә.Ноғайғоловтың биографияһын һәм хеҙмәт итеү хаҡындағы айырым дәфтәрен район эске эштәр бүлегендә өйрәнгәндәр һәм хеҙмәткә тулыһынса тап килеүе тураһындағы ҡарарға килгәндәр.
Был мәлдә Әхмәт тәҡдимде етди ҡабул итмәй, әммә егет был хаҡта уйлана башлай. Ул 1975-1977 йылдарҙа әрме хеҙмәтен Силәбе-42 хәрби часында йәшерен ғәскәрҙәрҙә тултыра. Был ғәскәр эске эштәр хеҙмәтенә яҡын иҫәпләнә. Унда ла, бында ла ышаныслы, яуаплы, тәүәккәл, башҡарыусан һәм тәртипле кешеләр кәрәк. Әхмәт Ноғайғолов был талаптарға тулыһынса тап килә: күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫә, атаһы – колхозсы, әсәһе – уҡытыусы, туғандары араһында ябай эшсәндәр бар, береһенең дә криминалда ҡатнашлығы булмай.
Ҡайтҡас ул яҡындарына автостанциялағы һөйләшеү тураһында әйтә, улары иһә асыуланып: “Ике йыл буйына ҡулыңдан ҡорал төшөрмәгәнһең, бынан һуң нисек бар ғүмереңде шуның менән бәйләргә уйлайһың?” - тиҙәр. Ә уҡытыусы әсәһе төплө дәлилдәр ҙә килтереп: “Иртәме-һуңмы өйләнерһең, һинең эшең менән балаларың да үҙеңде һирәк күрер, ҡатыныңа ла еңелдән булмаҫ. Уйла, улым...”, тип кәңәш бирә.
Әммә Әхмәтте был ғына туҡтатмай, бөтә яҡлап та уйлап, РОВД-ға хеҙмәткә барырға хәл итә. Ул ваҡыттағы бүлек начальнигы Ғ.С.Раянов йәш хеҙмәткәрҙе йылы ҡабул итә һәм изге теләктәрен еткерә. Коллектив та яҡшы ҡаршы ала. Дәрәжә буйынса һәм өлкән коллегалары үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша, эшлекле кәңәштәрен бирә, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуҙа ярҙам итә.
Ә.Ноғайғолов бүлектә сирек быуат хеҙмәт итә. Эш башлаған 1977 йылдың ноябрендә Өфө ҡалаһына милицияның беренсел мәктәбенә алты айлыҡ курстарға ебәрәләр. Бында ул белем алып, үҙенең буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауына ныҡлы төшөнә һәм дәртләнеп эшкә тотона.
1978 йылдың июнендә Силәбе өлкәһе ҡыҙы Луиза менән законлы никахҡа инеп, ғаилә ҡоралар. Ул һөнәре буйынса шәфҡәт туташы. Әхмәт Әхмәҙулла улы район эске эштәр бүлегенә эшкә урынлашҡас, ҡатыны Красноусол үҙәк ра-
йон дауаханаһының балалар бүлексәһендә эш башлай. Табын ауылы буйынса участковый урыны бушағас, Ә.Ноғайғолов уның урынын биләй. Йәш ғаилә бында төпләнә. Участковый булып эшләү менән бер рәттән Әхмәт Әхмәҙулла улы МВД Юғары мәктәбендә уҡый һәм уны тамамлағас, лейтенант званиеһына эйә була. Тора-бара енәйәтселәрҙе эҙләү оперуполномоченныйы итеп күсерәләр, бында ла һынатмай, уңышлы эшләй.
Эске эштәр хеҙмәте ветераны үҙе эшләгән дәүерҙә оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәрен йылылыҡ менән иҫенә төшөрә. Улар: В.К.Афанасьев, Ф.Х.Шәмсубаров, Р.З.Әсәҙуллин, И.Ф.Хәкимов, Ә.Ф.Исхаҡов, П.Г.Петров, Ф.М.Мәүлетҡолов һәм башҡалар.
Әхмәт Әхмәҙулла улы тормош юлдашы менән 44 йыл инде Табын ауылында йәшәйҙәр. Участковый булараҡ бирелгән фатирҙарын матурлағандар, төҙөкләндергәндәр. Ғаилә башлығы мунса һәм гараж төҙөгән. Ноғайғоловтар мал да аҫрағандар, бөгөн баҡса үҫтерәләр, теплицалары бар.
Ә.Ноғайғоловтың яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Буш ваҡыты булдымы, балыҡҡа йүгерә. Әйткәндәй, йүгерергә ярата ул, айырыуса саңғыла. Әхмәт Әхмәҙулла улы 5-тән 8-се класҡа тиклем Ҡарағай мәктәбендә, 9-10-сыны Еҙем-Ҡаранға йөрөп уҡый, мәктәптәргә йә саңғыла, йә велосипедта йөрөр була. Саңғы ярыштарында (мәктәптә, армияла, РОВД-ла) ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай. Башҡа малайҙар кеүек футбол һәм волейбол уйнарға ярата.
Ноғайғоловтарҙың балалары – өсәү. Өлкәне – улдары Альберт ғаиләһе менән - Табында, ҡыҙҙары Альбина – Стәрлетамаҡта, ә иң кесеһе – Рөстәм Өфө янындағы Зубово ҡасабаһында йәшәй. Олатай менән өләсәйҙең дүрт ейәнсәре һәм бер ейәне – ҡыуаныстары. Улар – үҙҙәренең бергә 46 йыл йәшәү дәүеренең төп байлығы ла. Ноғайғоловтарға ты-уасаларын күреү бәхетен кисереүҙәрен теләйбеҙ!Законлылыҡ һәм тәртип һағында тороу, Ватанды һаҡлау кеүек үк, һәр ваҡыт маҡтаулы һәм яуаплы булды. Бына шуға ла күп кенә егеттәр әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәшкелт һоро (хаки) төҫөндәге хәрби формаларын сискәс, икенсене – милицияныҡын кейәләр. Имәндәш ауыл советына ҡараған Яңы Тайыш ауылы кешеһе Әхмәт Ноғайғолов менән тап шулай була ла инде. Үҙе әйтеүе буйынса, ул был һөнәр тураһында уйламаған да, ғүмерен законлылыҡ һәм тәртип һаҡсыһы һөнәренә бағышларын күҙ алдына ла килтермәгән була. Әммә ләкин егет хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтып килгәндә Красноусол автостанцияһында эргәһенә милиция кейемендәге икәү килеп, ситкәрәк алып китәләр ҙә, уның ҡайтыуын көтөүҙәрен һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре сафына баҫырға саҡырыуҙарын белгертәләр. Баҡтиһәң, Ә.Ноғайғоловтың биографияһын һәм хеҙмәт итеү хаҡындағы айырым дәфтәрен район эске эштәр бүлегендә өйрәнгәндәр һәм хеҙмәткә тулыһынса тап килеүе тураһындағы ҡарарға килгәндәр.
Был мәлдә Әхмәт тәҡдимде етди ҡабул итмәй, әммә егет был хаҡта уйлана башлай. Ул 1975-1977 йылдарҙа әрме хеҙмәтен Силәбе-42 хәрби часында йәшерен ғәскәрҙәрҙә тултыра. Был ғәскәр эске эштәр хеҙмәтенә яҡын иҫәпләнә. Унда ла, бында ла ышаныслы, яуаплы, тәүәккәл, башҡарыусан һәм тәртипле кешеләр кәрәк. Әхмәт Ноғайғолов был талаптарға тулыһынса тап килә: күмәк балалы ғаиләлә тыуып үҫә, атаһы – колхозсы, әсәһе – уҡытыусы, туғандары араһында ябай эшсәндәр бар, береһенең дә криминалда ҡатнашлығы булмай.
Ҡайтҡас ул яҡындарына автостанциялағы һөйләшеү тураһында әйтә, улары иһә асыуланып: “Ике йыл буйына ҡулыңдан ҡорал төшөрмәгәнһең, бынан һуң нисек бар ғүмереңде шуның менән бәйләргә уйлайһың?” - тиҙәр. Ә уҡытыусы әсәһе төплө дәлилдәр ҙә килтереп: “Иртәме-һуңмы өйләнерһең, һинең эшең менән балаларың да үҙеңде һирәк күрер, ҡатыныңа ла еңелдән булмаҫ. Уйла, улым...”, тип кәңәш бирә.
Әммә Әхмәтте был ғына туҡтатмай, бөтә яҡлап та уйлап, РОВД-ға хеҙмәткә барырға хәл итә. Ул ваҡыттағы бүлек начальнигы Ғ.С.Раянов йәш хеҙмәткәрҙе йылы ҡабул итә һәм изге теләктәрен еткерә. Коллектив та яҡшы ҡаршы ала. Дәрәжә буйынса һәм өлкән коллегалары үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша, эшлекле кәңәштәрен бирә, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуҙа ярҙам итә.
Ә.Ноғайғолов бүлектә сирек быуат хеҙмәт итә. Эш башлаған 1977 йылдың ноябрендә Өфө ҡалаһына милицияның беренсел мәктәбенә алты айлыҡ курстарға ебәрәләр. Бында ул белем алып, үҙенең буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауына ныҡлы төшөнә һәм дәртләнеп эшкә тотона.
1978 йылдың июнендә Силәбе өлкәһе ҡыҙы Луиза менән законлы никахҡа инеп, ғаилә ҡоралар. Ул һөнәре буйынса шәфҡәт туташы. Әхмәт Әхмәҙулла улы район эске эштәр бүлегенә эшкә урынлашҡас, ҡатыны Красноусол үҙәк ра-
йон дауаханаһының балалар бүлексәһендә эш башлай. Табын ауылы буйынса участковый урыны бушағас, Ә.Ноғайғолов уның урынын биләй. Йәш ғаилә бында төпләнә. Участковый булып эшләү менән бер рәттән Әхмәт Әхмәҙулла улы МВД Юғары мәктәбендә уҡый һәм уны тамамлағас, лейтенант званиеһына эйә була. Тора-бара енәйәтселәрҙе эҙләү оперуполномоченныйы итеп күсерәләр, бында ла һынатмай, уңышлы эшләй.
Эске эштәр хеҙмәте ветераны үҙе эшләгән дәүерҙә оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәрен йылылыҡ менән иҫенә төшөрә. Улар: В.К.Афанасьев, Ф.Х.Шәмсубаров, Р.З.Әсәҙуллин, И.Ф.Хәкимов, Ә.Ф.Исхаҡов, П.Г.Петров, Ф.М.Мәүлетҡолов һәм башҡалар.
Әхмәт Әхмәҙулла улы тормош юлдашы менән 44 йыл инде Табын ауылында йәшәйҙәр. Участковый булараҡ бирелгән фатирҙарын матурлағандар, төҙөкләндергәндәр. Ғаилә башлығы мунса һәм гараж төҙөгән. Ноғайғоловтар мал да аҫрағандар, бөгөн баҡса үҫтерәләр, теп-
лицалары бар.
Ә.Ноғайғоловтың яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Буш ваҡыты булдымы, балыҡҡа йүгерә. Әйткәндәй, йүгерергә ярата ул, айырыуса саңғыла. Әхмәт Әхмәҙулла улы 5-тән 8-се класҡа тиклем Ҡарағай мәктәбендә, 9-10-сыны Еҙем-Ҡаранға йөрөп уҡый, мәктәптәргә йә саңғыла, йә велосипедта йөрөр була. Саңғы ярыштарында (мәктәптә, армияла, РОВД-ла) ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай. Башҡа малайҙар кеүек футбол һәм волейбол уйнарға ярата.
Ноғайғоловтарҙың балалары – өсәү. Өлкәне – улдары Альберт ғаиләһе менән - Табында, ҡыҙҙары Альбина – Стәрлетамаҡта, ә иң кесеһе – Рөстәм Өфө янындағы Зубово ҡасабаһында йәшәй. Олатай менән өләсәйҙең дүрт ейәнсәре һәм бер ейәне – ҡыуаныстары. Улар – үҙҙәренең бергә 46 йыл йәшәү дәүеренең төп байлығы ла. Ноғайғоловтарға ты-уасаларын күреү бәхетен кисереүҙәрен теләйбеҙ!

Ул әле лә алғы сафта
Ул әле лә алғы сафта
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: