+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель , 09:25

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө

Республикабыҙҙа Милли кейем көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йылдан алып үткәрелә һәм йылына ике тапҡыр: апрель айының – өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө

Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә. Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: