-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель , 17:10

Милли кейем көнөндә

Милли кейем көнөндә район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Хазина” фольклор төркөмө ағзалары “Өмөт нуры”нда шөғөлләнеүсе “ҡояш балалары менән осрашып, улар алдында милли кейемдә сығыш яһанылар. Балалар ҡашмау, һаҡал, түшелдерек, биҙәүестәр таҡҡан,  сағыу милли кемдәге апайҙарҙың сығыштарын бик оҡшатты.

Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә

Саф күңелле, йөҙҙәренән йылмайыу балҡып торған балалар был осрашыуға үҙҙәре лә үҙ ҡулдары менән эшләгән түшелдеректәрен тағып, милли кейемдәр кейеп алған ине.  “Өмөт нуры” инвалидтарҙы яҡлау фонды директоры Ләйсән Ислам ҡыҙы Табулдинаның тәбрикләүенән һуң, матур кейемдәге апайҙары алдында балалар ҙа йырлап, бейеп һәләттәрен күрһәтте. Бергәләп бейеп, йырлап та алдылар.

Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Милли кейем көнөндә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: