+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель , 10:25

Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды

Яҙ етеп, ер ҡарҙан әрселеп, бер аҙ һурығыуға, тып-тын торған баҫыуҙар тракторҙар тауышына күмелде. Әле хужалыҡтарҙа ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу, дым ҡаплатыу, орлоҡ ағыулау, сәсеүгә ер әҙерләү эштәре алып барыла. Районыбыҙҙың “Восход-АП” ЯСЙ-е һәм “ШЭ Г.М.Тахтаров”, "Урожай" КХ ЯСЙ-е хужалыҡтары ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу эштәренә тотондо. Ужым культуралары уңышлы ҡышлаған.

Районда яҙғы баҫыу  эштәре башланды
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды

Районыбыҙҙа һөрөнтө ерҙәр майҙаны 41801 гектар тәшкил итеп, шуның 30434 гектарында ауыл хужалығы эштәре башҡарыла.
2024 йылғы уңыш өсөн райондың ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан 4147гектар майҙанда ужым культуралары сәселеп, шуның 3821 гектарын ужым бойҙайы тәшкил итә. 17 апрелгә ҡарата “Восход-АП” ЯСЙ-е менән “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалыҡтары дөйөм - 1100, "Урожай"ҙар 180-дән ашыу гектар майҙандағы ужым бойҙайын өҫтәлмә туҡландырған да инде.
15 апрелгә ҡарата хужалыҡтар тарафынан 937,6 тонна (һәр гектарға 39,5 килограмм иҫәбенән) минераль ашлама тупланған. Ауыл хужалығы етештереүселәре артабан да һатып алыу өсөн республика заводтары менән килешеүҙәр төҙөшә.
Яҙғы сәсеүгә ярауай бойҙай, бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо етерлек күләмдә – 2597 тонна һалынған. Хужалыҡтар сәсеүгә орлоҡ әҙерләүгә тотондо: таҙартыу (сорттарға айырыу), 22 тонна иген культуралары ағыуланған.
Ғафури районы буйынса “Россельхозүҙәк” ФДБУ-һы филиалы тарафынан 2060 тонна (79%) орлоҡ тикшерелеп, шуның 67% кондициялы булыуы билдәләнде. 30 тонна элиталы орлоҡ бар. Шулай уҡ техник культураларҙың орлоғо һатып алынған: шәкәр сөгөлдөрө – 2050 га,
көнбағыш – 3100 га, кукуруз – 270 га һәм башҡа культуралар.
Хәйерле сәғәттә, игенсе!
Зөлфиә АРЫҪЛАНОВА,
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һы агрономы.

Районда яҙғы баҫыу  эштәре башланды
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: