+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель , 15:10

“Табын” дуҫтарын йыйҙы

19 апрелдә, күптәнге һәйбәт йоланы дауам итеп, “Табын” гәзите мөхәрририәте үҙенең яҡын дуҫтарын - ауыл хәбәрселәрен ҡорға йыйҙы. Унда баҫманың тоғро дуҫтары, таянысы булған гәзиттең штаттан тыш хәбәрселәре ҡатнашты.

“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы

Тәүҙә “Табын” гәзите мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева үҙ сығышында барыһын да Милли кейем көнө менән ҡотланы. Район гәзите менән оҙаҡ йылдар әүҙем хеҙмәттәшлек иткән ауыл хәбәрселәренә рәхмәт әйтеп, һуңынан гәзиттең Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премияһының 2023 йыл лауреаты Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллинаға махсус Диплом һәм “Йыл кешеһе – 2023” тип билдәләнеүселәргә дипломдар тапшырып үтте. Хаттар бүлеге мөдире Әлфиә Вәлиева редакцияға килгән хаттарға байҡау яһап үтте, әүҙемерәк яҙышырға саҡырҙы, иң актив хәбәрселәрҙе барланы. 

“Түңәрәк өҫтәл” артында күрешмәгәнгә байтаҡ булып киткәнгәме, һөйләшеү бик йәнле һәм фәһемле булды. "Табын" артабан да телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, милли асылыбыҙҙы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалған уҡымлы баҫма булып ҡалһын, тиражы артһын тигән теләктәр әйтелде. Был осрашыу Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнөнә тура килгәнлектән, барыһы ла милли кейемдә килеп, һуңынан сағыу кейемдәрҙә иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. 

 

“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
“Табын” дуҫтарын йыйҙы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: