-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель , 11:15

Ҡыйыу йөрәкле ауылдаштарыбыҙ

Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа күптәрҙең Тыуған илен һаҡларға әҙер булыуын, вайымһыҙ түгел икәнлеген күреп, ишетеп беләбеҙ. Был йәһәттән Толпар ауылы ир-егеттәре лә үҙ өлөшөн индереп, ауылдаштарының ғорурлығы булып торалар.

Ҡыйыу йөрәкле ауылдаштарыбыҙ
Ҡыйыу йөрәкле ауылдаштарыбыҙ

Украинала махсус хәрби операция башланғас, Тыуған иленең именлеге, яҡты киләсәк хаҡына Ватанды һаҡларға кәрәклеген аңлап, көрәшкә күтәрелеүселәр араһында 2022 йылдың сентябрендә тәүгеләр рәтендә Руслан Яҡшыбаев менән Фидел Кәримов та яуға юлланды. Уларҙың бер дивизияға эләгеп, бергә булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Сөнки, сит ерҙәрҙә уртаҡ уй, һөйләшер һүҙҙәр булғас барыбер еңелерәктер, күңелгә лә тыныс. Егеттәр икеһе лә артиллерист булып хеҙмәт итә. Атай-әсәйҙәре лә улдарының сәләмен еткереп, бер-береһе менән аралашып торалар.
1994 йылғы Руслан Лилиә һәм Таһир Яҡшыбаевтарҙың иң өлкән улдары, ул Рушан, Илүзә туғандарының ғорурлығы ла булып тора. Ә 2000 йылғы Фидел Фәрзәнә һәм Илһам Кәримовтарҙың уртансы балалары, Иҙел ағаһы, Ислам туғаны өсөн ғәзиз кеше.
Фидел Илһам улы декабрҙә өсөнсөгә ялда булып, ауылдаштары менән осрашҡайны. Ошо йәмле яҙ айында Руслан Таһир улы икенсегә ҡыҫҡа ялға тыуған ауылына ҡайтты. Уның ялға ҡайтҡанын ишеткәс, барыбыҙ ҙа шатланып, тиҙерәк күрешергә ашыҡтыҡ. Яу тормошо, ундағы хәлдәр менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Әлбиттә, ул был турала артыҡ һөйләргә теләмәне. Ялан шарттарында, блиндаждарҙа йәшәүҙәрен һәм батальондарында тағы бер нисә яҡташтар булыуын ғына әйтеп үтте.
Ватаныбыҙ тыныслығы һағына баҫҡан ир-егеттәрҙең һәр аҙымы батырлыҡҡа тиң. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың икеһенең дә күкрәген “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Александр Суворов” миҙалдары биҙәй. Илгә һынау килгәндә иңен ҡуя белерлек шундай ир-егеттәребеҙ - Ватанының, халҡының ғорурлығы.
Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға Толпар ауылы халҡы ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа быға тик-лем дә әүҙем ҡатнашып килдек. Ҡыш көндәре Яҡшыбаевтарҙың иркен өйөндә ауыл кешеләре менән йыйылышып, мас-кировкалау селтәрҙәре үрҙек. Русландың атай-әсәһе үҙҙәре кәрәк-ярағын алырға ярҙам итте. Әле көндәр йылытҡас, янғын һағы боксы бинаһында йыйылышып, һәр кем үҙ ваҡытына ҡарап ярҙам итә. Ихлас ярҙамдары өсөн Толпар ауылы халҡына ҙур рәхмәт.
Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк өсөн Ватанды һаҡларға юлланған ир-егеттәребеҙгә теләк бер - иҫән-һау йөрөп, тыуған яҡҡа Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға яҙһын.
Гөлназ ФӘТҠОТДИНОВА.
Толпар ауылы.

Ҡыйыу йөрәкле ауылдаштарыбыҙ
Ҡыйыу йөрәкле ауылдаштарыбыҙ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: