+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель , 14:05

Йәрминкә гөрләне

Бөгөн, 20 апрелдә, Красноусолда район хакимиәте алдындағы М.Ғафури исемендәге майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне

Унда районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләренән шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусылар, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы тауарҙарын һатып алыусыларға тәҡдим итте. Майҙанда теҙелеп киткән сауҙа рәттәре малсылыҡ, ҡортсолоҡ, ҡошсолоҡ продукцияһы, дарыу үләндәре, ҡамыр ризыҡтары, йәшелсә-емеш консервалары һәм башҡа әйберҙәр менән тулы ине, оҫталар үҙҙәренең төрлө ҡул эштәрен тәҡдим итте, гөл-сәскәләр һатыусылар ҙа булды. Аҡкүл ауылынан Ғайса Сәғиҙуллин етәкселегендәге "Урман" крәҫтиән хужалығынан килтерелгән бойҙай (бер тоғо (50 кг) 500 һум) бик тә үтемле булды. Халыҡ сауҙа рәттәре буйлап йөрөп, тейәр хаҡҡа үҙенә кәрәк-яраҡ, ит-һөтөн, бал-майын, ҡаймаҡ- ҡорот-эремсек, йомортҡа һатып алып, үҙҙәрен туйындырыусы ауыл уңғандарына рәхмәтле булып, йәрминкәнән ҡәнәғәт ҡалды.

Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Йәрминкә гөрләне
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: