-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель , 15:40

Алданыусылар һаман бар әле

Мутлашыу – бөгөн иң таралған милек енәйәттәренең береһе. Мутлашыусыларҙың енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле. Уларҙың алдау ысулдарын киң мәғлүмәт сараларында өҙлөкһөҙ ҡабатлап, иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, алданыусылар һаны кәмемәй, арта ғына.

Алданыусылар һаман бар әле
Алданыусылар һаман бар әле

Уҙған аҙнала район үҙәгендә йәшәүсе М. полиция бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның әйтеүенсә, 10 апрель көнө уға “WhatsApp” мессенджерынан аудио шылтыратыу була. Шылтыратыусы ҡатын үҙенең, йәнәһе, Мәскәүҙәге Үҙәк банк хеҙмәткәре булыуын әйтә һәм уға М.-дың банктағы иҫәбенән аҡсаһын алырға теләп, нотариаль ышаныс ҡағыҙы булған ир кеше мөрәжәғәт итеүен әйтә. Артабан ул М.-ға полиция хеҙмәткәре шылтыратасағы тураһында иҫкәртә. Шунда уҡ видео шылтыратыу була һәм егет кеше үҙен Өфө ҡалаһының ЭЭМ идаралығы следователе тип таныштыра. М.-ға ҡарата мутлашыу осрағы булыуын, енәйәт эше асылыуын, банк иҫәбендәге аҡсаларын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеген әйтә. Һөҙөмтәлә, М. енәйәтселәргә 235 мең һум аҡсаһын күсерә.
Ғафури районы буйынса ЭЭМ бүлеге таныш түгел кешеләргә аҡсаларығыҙҙы күсермәҫкә кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Телефонығыҙға банк хеҙмәткәре, Күп функциялы үҙәк, Дәүләт хеҙмәттәре һәм башҡа учреждениеларҙан йәки ойошмаларҙан тип шылтыратһалар, кисекмәҫтән һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ! Шикле һылтанмалар буйынса төрлө сайттарға кермәгеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, уларҙың үҙҙәренә шылтыратығыҙ. Әгәр ҙә аҡсаларығыҙҙы күсереп өлгөрһәгеҙ һәм һеҙгә ошо аҡсаларығыҙҙы кире ҡайтарырға ярҙам итәбеҙ тип, йәки төрлө янауҙар (шәхси фотоларығыҙҙы, СМС-тарығыҙҙы Интернетта таратабыҙ, яҡындарығыҙҙы үлтерәбеҙ
һ. б.) менән ҡурҡытып хоҡуҡ боҙоуҙарға – хәрби иҫәп пункттарын, полиция бүлеген, банктарҙы һәм башҡа учреждениеларҙы яндырыуға этәргән шылтыратыуҙарға ышанмағыҙ. Аҡсаларҙы улар бер ҡасан да кире ҡайтармаясаҡ, ә һеҙҙе эшләргә ҡотортҡан эштәр өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары бар.
Ғафури районы буйынса ЭЭМ-дың дежур бүлеге телефоны: 8(34740) 2-12-02.
Раян МӨХӘМӘТШИН,
подполковник, полиция начальнигы.

Алданыусылар һаман бар әле
Алданыусылар һаман бар әле
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: