-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель , 18:25

Ауылдаштарын хәстәрләп...

Халыҡҡа иң яҡын торған кеше кем ул? Әлбиттә, ауыл старостаһы. Ул урындағы үҙидара менән халыҡты бәйләүсе төп звено булып тора. Ә һәйбәт, тынғыһыҙ староста – ауылдың тотҡаһы, урындағы хакимиәттең төп таянысы, уң ҡулы ла ул. Ауылдарҙың был әүҙем эшмәкәрҙәре иң тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, урындағы проблемаларҙы хәл итеүҙә алғы рәттә йөрөй. Был вазифала тыуған ауылы йәшәйешенә битараф булмаған, үҙенең йорт мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала.

Ауылдаштарын хәстәрләп...
Ауылдаштарын хәстәрләп...

Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәтендә лә старосталар институты үҙен аҡлай. Үтәк ауылында староста булып бик күп йылдар Ишбулды Ғиззәтуллин, Туғайҙа Рәзимә Ғәлиева уңышлы эшләһә, Игенселәрҙә Ләйсән Шәрипова яңыраҡ эш башлауына ҡарамаҫтан, үҙен һынатмай. Улар ауыл сходтарында һайлап ҡуйыла. Старосталар һәр ваҡыт халыҡ араһында булып, ауыл биләмәһе башлығына теге йәки был мәсьәләне: ҡышын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү, яҡтыртҡыстар урынлаштырыу, янғын хәүефһеҙлеге, эсәр һыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген еткерәләр. Старостаны “йорт хужаһы” менән сағыштырырға мөмкин. Бер яҡтан, ул үҙ биләмәһендә, йәғни “йортта” барлыҡ етешһеҙлектәрҙе күреп, уны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, икенсе яҡтан, бында йәшәүселәргә һәйбәт һәм уңайлы булһын өсөн тырышлыҡ һалырға һәм өсөнсөнән, уларҙы һәр төрлө башланғыстарға үҙ артынан эйәртә алырға тейеш...
Ләйсән Шәрипова былтыр ноябрҙән Игенселәр ауылы старостаһы йөгөн тарта. Уға тиклем староста булып төрлө йылдарҙа Камил Әсфәндийәров, Әлфиә Мостафина уңышлы эшләгән.
Алда һанап үтелгән донъяуи проблемалар һәм хәстәрлектәр старостаға яҡшы таныш. Ауыл ҙур булмаһа ла, үҙенә күрә проблемалары бар. Һәр йылдағыса, былтыр өмә ойоштороп, ауыл кешеләренең дөйөм тырышлығы менән зыярат биләмәһе таҙартылған, баҫып үҫкән ағастарҙы киҫеп, тәртипкә килтергәндәр, ауыл урамын, оло юл ситтәрен көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыу өмәләренә сығалар. Староста әйтеүенсә, ауыл халҡы берҙәм, тырыш, әүҙем. Ниндәй генә эш булмаһын, барыһын да дәррәү йыйылып, өмәләр ойоштороп, бергәләшеп башҡаралар. Алда тағы ла сход уҙғарып, ауылды санитар таҙартыу, төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге кеүек мәсьәләләрҙе ҡарау тора. Әлбиттә, был тәңгәлдә староста ауыл хакимиәте менән даими бәйләнештә.
- Көтөү ойоштороу мәсьәләһен еңел генә хәл иттек беҙ. Ауылдаштар менән йыйылып һөйләштек тә, электр көтөүсе алдыҡ, - ти староста. – Ауылда клуб булмаһа ла (сараларҙы буш торған элекке медпункт бинаһында үткәрәбеҙ), төрлө байрам сараларын ойоштороп үткәреүҙә ауылыбыҙҙың әүҙемсеһе - ауыл Советы депутаты Ирина Рәхмәтуллина менән бер төптәнбеҙ. Ауылдаштарҙы борсоған үҙәк һыу үткәргестәр һуҙыу, Интернет, клуб мәсьәләләре хәл итеүҙе талап итә. Ауыл ситендәрәк урынлаштырылған балалар майҙансығын уртаға күсерәһе бар, - тип, ҡыҫҡаса ғына эштәре хаҡында бәйән итте Ләйсән Мөхәмәт ҡыҙы.
Һөйләшеү барышында Ләйсән Шәрипованың күмәк - 9 бала әсәһе булыуы ла билдәле булды, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ғаиләләре менән ярҙамсылдар. Тормош иптәше Айҙар Хәмзә улы үҙҙәренең шәхси “МТЗ-82” тракторҙарында һәм һөнәрҙәре бу-йынса тракторсы-машинист һәм бульдозерсы “ШЭ Р.Ғ.Ғафаров” хужалығында эшләп йөрөүсе улдары Айнур менән Азат техникала биләмәнән йыйылған сүп-сарҙы түгеүҙә, күптән түгел ауылда янғындан зыян күреүсенең йортон тергеҙеүҙә тос ярҙам күрһәткәндәр. Ҡыҙҙары - Азалия төҙөлөш колледжында страховкалау эше һөнәре буйынса белем ала, Алина – 9-сы, Айзилә – 1-се, улдары Алмаз – 7-се, Альмир 4-се класта Яңғыҙҡайын мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар. 5 йәшлек Әмин менән 4 йәшлек Самир Туғай ауылындағы балалар баҡсаһына йөрөй.
Бына шулай, ауылдаштары менән уртаҡ тел табып, бер төптән эшләгәндә, эштәр ҙә алға бара, донъяуи мәсьәләләр ҙә еңел хәл ителә.

Ауылдаштарын хәстәрләп...
Ауылдаштарын хәстәрләп...
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: