-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель , 12:25

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!

Хәҙерге ваҡытта аралашыу мөмкинлектәре киңәйгән һайын, барыбер ҡул бирешеп, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр, күңел йылыһы етмәй. 22 апрелдә Өфө ҡалаһының Башҡорт дәүләт драма театрында Ғафури районы яҡташтары һәм студенттары менән осрашыуҙа булған һәр кем ошоға инанғандыр.

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!

Осрашыуға килгән яҡташтарҙы район делегацияһы республикабыҙҙың беренсе халыҡ яҙыусыһы, районыбыҙ уның исемен йөрөткән күренекле яҡташыбыҙ Мәжит Ғафури һәйкәле алдында һый-хөрмәт, дәртле йыр-бейеүҙәр менән ҡаршыланы. Һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң, барыһы ла театрға уҙҙы.

Уларҙы Ғафури районы ойошма-предприятиелары күркәм күргәҙмә менән ҡаршы алды. Өфөлә йәшәүсе ғафуриҙар тыуған ерҙәренән килтерелгән аш-һыуҙан ауыҙ итте, район эшҡыуарҙарының, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды филиалының социаль координаторҙарының батырҙарыбыҙҙы данлаған, КБГИ-ла эшләп килгән Шайморатов класының, Табын ауылы коррекция мәктәбе уҡыусылары, Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән күргәҙмәләрҙе ҡарап таң ҡалды, оҫталарыбыҙҙың ҡул эштәренә һоҡланды, район менән бәйләнеш булдырған район гәзитенең электрон форматына яҙылырға ла форсат таптылар.    

Сараның төп өлөшө тамаша залында үтте. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов район тормошо, халыҡтың йәшәйеше тураһында сығыш яһап, ирешелгән уңыштар һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Яҡташтарға ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтелеп, бүләктәр ҙә тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, яҡташыбыҙ Рөстәм Ишмөхәмәтов, “Красноусол” шифаханаһы директоры Рәмил Бәҙретдинов, “Ағиҙел” журналы мөхәррире, яҡташтар ойошмаһы рәйесе Мөнир Ҡунафин һәм башҡалар ғафуриҙар алдында сығыш яһаны. Билдәле шәхес, телерадиожурналист Шәүрә Ғилманова яҡташтар исеменән рәхмәт һүҙен еткерҙе. Район мәҙәниәт һарайы артистарының һәр сығышы көслө алҡыштар менән оҙатыла барҙы. Концертҡа һатылған билеттар буйынса лоторея уйнатылды. Бәхетлеләр матур бүләктәр ҙә отто. Әйткәндәй, билет һатыуҙан йыйылған бар аҡса махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам өсөн йүнәлтеләсәк.

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Бер күрешеү үҙе бер ғүмер!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: