+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель , 12:55

Сәсеүгә төштөләр

Көнө йылды туйҙырыр, һәр минуты ҡәҙерле мәлде ҡулдан ысҡындыр-маҫҡа тырышып, 23 апрелдә иң тәүгеләрҙән булып “ШЭ Г.М.Тахтаров”, “Урман” КХ-һы, “ШЭ Р.Ғ.Ғафаров” хужалыҡтары, 24 апрелдә “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е (борсаҡ сәсәләр) сәсеүгә төштө.

Сәсеүгә төштөләр
Сәсеүгә төштөләр

Хужалыҡтарҙың тәүгеһендә борсаҡ, һуңғыларында һоло сәсеү менән мәшғүлдәр. “ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығының 120 гектарлы баҫыуында борсаҡ сәсеү ҡыҙыу төҫ алған. Канадала етештерелгән “Бюллер” тракторына тағылмалы “АMAZONE” DMS-9” сәсеү комплексында Андрей Беляев был ҡуҙаҡлы культураны сәсеү менән мәшғүл булһа, агрегат алдынан тракторсы Арслан Сәләхов ерҙәрҙе катуклай, сәсеү орлоҡтарын Валерий Мәҡсүтов ташып өлгөртөп тора.
Яҡын көндәрҙә хужалыҡтарҙың башҡалары ла сәсеү эштәренә тотонор. Ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыу, дым ҡаплатыу эштәре дауам итә.

Сәсеүгә төштөләр
Сәсеүгә төштөләр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: